Балаларҙан – баш ҡалаға һөйөү йыры

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ер йөҙөндәге барлыҡ балалар һау-сәләмәт, бәхетле үҫһен! Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, белемгә ынтылһындар, ата-бабаларына лайыҡлы алмаш булһындар.

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, 12 июнь – баш ҡалабыҙ көнөнә арнап, Өфөнөң 21-се лицейы 5-се "А" класы уҡыусылары матур видеоклип төшөргән. Класс етәкселәре - Гөлнур Хәмиҙуллина. Элек бик күптәр яратып тыңлаған "Өфөм - баш ҡалам" йырын (Х.Әхмәтов көйө, Р. Янбулатова һүҙҙәре) ҡала, республика конкурстары лауреаты Айлина Ҡәйүмова башҡара. 

"Башланғыс кластарҙа был йыр уларҙы бәйләп торған еп булды", - тип яҙалар лицейҙың социаль төркөмөндә. 

Балаларҙың башланғыс кластарҙа уҡытыусыһы - Ләйсән Азаматова, педагог-хореограф - Рәзидә Низаметдинова. Видеорежиссер - Руслан Юлтаев. 

Баш ҡалабыҙға һөйөү, наҙ менән тулы видеояҙманы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡарарға була:  

Видео: 21-се лицей.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас