Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?

Ҡырҙан килгәндәр беҙҙең турала ниндәй фекерҙә?

Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?

“Китап байрамы” китап йәрминкәһе ҡунаҡтары, сарала ҡатнашыусылар өсөн блиц-һорауҙар бирелде.

* Форумда иң күбе нимә һатып алалар?

– Рәсүл Ғамзатовтың китаптарын, фотоальбомдар, турист белешмәләре (Альпият Ғәджиева, “Дағстан” нәшриәт йорто вәкиле).

– Тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, аш-һыу тураһында китаптар, һүҙлектәр (Юрий Соловьев, мари нәшриәте вәкиле).

– Психология тураһында китаптар, балалар баҫмалары (Хөсәйен Әлиев, GreenPalm иран нәшриәтенең рус бүлеге етәксеһе).

* “Китап байрамы” йәрминкәһе нимәһе менән файҙалы?

– Ул – китап уҡыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, илебеҙ тураһында белем кимәлен киңәйтеү. Һәм былар барыһы ла – илһөйәрлек сағылышы (Альпият Ғәджиева, “Дағстан” нәшриәт йорто вәкиле).

– Беҙ балалар өсөн бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Урындар гел тулы. Бындай саралар, әлбиттә, мөһим, сөнки балаларҙа бәләкәйҙән үк әүҙем тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уяна. Моториканы, күҙаллауҙы, ижади һәләтте үҫтереүгә йүнәлтелгән һәр сара уйын формаһында бара һәм бик ҡыҙыҡлы. Өҫтәүенә балаларға бүләктәр ҙә бирәбеҙ (Михаил Селеменив, “Формат-М” нәшриәте генераль директоры).

– Бындай күргәҙмәләр мөһим, сөнки улар халыҡты ҡыҙыҡлы, яҡшы китаптар уҡыуға ылыҡтыра (Хөсәйен Әлиев, GreenPalm иран нәшриәтенең рус бүлеге етәксеһе).

* Йәрминкәлә ҡатнашыуығыҙҙың төп сәбәбе ниндәй?

– Былтыр килгәндә финанс йәһәтенән юғары һөҙөмтәгә өлгәштек. Шуға ла быйыл беҙҙең алда “килергәме, юҡмы?” тигән һорау торманы. Бының төп сәбәбе шулдыр: һеҙҙә күргәҙмәне ойоштороу өсөн аҡса йәлләмәйҙәр, ҡунаҡтар күп саҡырыла, яҡшы майҙан бүленә – урын барыһына ла етә. Һәм, әлбиттә, менталитет шундай – һеҙҙә уҡырға яраталар (Валерий Ильин, Киров ҡалаһынан, күсмә китап магазины хужаһы).

– Башҡортостанда йәшәгән мариҙар бәйләнеш төркөмдәрендә сараның анонстарын, күренештәрен ҡуйып, халыҡты унда ҡатнашыуға әүҙем саҡырҙы (Юрий Соловьев, мари нәшриәте вәкиле).

– Беҙҙең китаптарҙың барыһы ла иран авторҙарыныҡы, уларҙы Рәсәй уҡыусылары өсөн махсус рәүештә рус теленә тәржемә иттек. Быға ҡәҙәр Мәскәүҙә күргәҙмә ойошторҙоҡ. Башҡортостан – ошо эш буйынса килгән тәүге төбәгебеҙ (Хөсәйен Әлиев, GreenPalm иран нәшриәтенең рус бүлеге етәксеһе).

Фотолар: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Блиц-һорау: халыҡ бында ниңә килгән?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас