Китап байрамы ҡанат ҡуя

Бөрө районы Бәжен ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Карина Апаева "БиблиоИнклюзивСтудия" проектын булдырып, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға китап донъяһын асырға ярҙам иткән.

Китап байрамы ҡанат ҡуяКитап байрамы ҡанат ҡуя
Китап байрамы ҡанат ҡуя

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхана йыл дауамында "Иң яҡшы китапханасы" конкурсы уҙғарғайны. "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй китапхана директорҙары кәңәшмәһендә еңеүселәрҙе ҡотлау бик мәртәбәле күренеш булды.

Әйткәндәй, был сара бик күп ижадсыларға, йәштәргә ҡанат ҡуйыусы ла, юғарыға осороусы ла тиһәк, һис тә хата булмаҫ. "Иң яҡшы йәш китапханасы" номинацияһында еңеүсе Бөрө районы Бәжен ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Карина Апаеваның әйткән һүҙҙәре лә быға асыҡ миҫал. Ул китапханала "БиблиоИнклюзивСтудия" проектын булдырып һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға китап донъяһын асырға ярҙам иткән.

- Минең был проектым һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҫтереү өсөн эшләнде. Үкенескә күрә, бөгөн ниндәйҙер ауырыуға дусар булған балалар бик күп. Шуға ла минең уларға бик тә ярҙам иткем килде. Төрлө балалар өсөн төрлө уйын, үҫеш өсөн ҡом терапияһы, су джок терапияһы майҙансыҡтары булдырҙым. Беҙҙең китапханаға килгән был балалар йәмғиәттән артта ҡалмай, ғәҙәти тиҫтерҙәре менән уйнай, аралаша, китап уҡый, - тип уртаҡлашты Карина Альберт ҡыҙы.
Бөгөн Бәжен ауылында 500-гә яҡын кеше китап уҡырға йөрөй, улар араһынан 125-е - балалар. Бөтә ауыл менән китапханаға йөрөүҙе яҡшы ойошторғаны өсөн йәш китапханасы Каринаға афарин тиергә генә ҡала.

Автор фотоһы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас