

«Китап-Байрам» йәрминкәһендә Өфөнөң «Избитый сюжет» клубын ойоштороусыларҙың береһе Татьяна Фролова уҡыуға һөйөү тәрбиәләү буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты.
1. Беренсенән, мотлаҡ китап йәрминкәләренә, яҙыусылар менән осрашыуҙарға, автограф-сессияларға барығыҙ – яңылыҡтар һәм авторҙар тураһында күберәк белерһегеҙ.
2. Китап клубын һайлағанда онлайн, офлайн форматтарҙы иҫәпкә алығыҙ, жанр, тел һәм клуб ағзаларының йәшен күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, осрашыуҙарға күберәк йөрөгөҙ.
3. Гаджеттарығыҙҙы “китап уҡыуға” көйләгеҙ. Мәҫәлән, бер көн эсендә нисә бит уҡырға кәрәклеген иҫкә төшөрөүсе ҡушымталар бар. Улар статистика алып бара һәм кешене тонуста тота.
4. Китаптың уңайлы форматын һайлағыҙ. Мәҫәлән, руль артында аудио форматты тыңлағыҙ, ә поликлиникала, сиратта ултырғанда электрон йәки ҡағыҙ вариантты уҡығыҙ.
5. Ҡыҙыҡлы китаптар исемлеген төҙөгөҙ.
6. Бер йыл эсендә күпме китап уҡырға ниәтләйһегеҙ, план төҙөгөҙ. Тик маҡсат реалистик булырға тейеш.
7. Ҡуйылған планды үтәү өсөн, аралаш дедлайндар ҡуйығыҙ. Мәҫәлән: "Мин был китапты 31 майға тиклем уҡып сығырға тейешмен”.
8. Үҙаллы яңы белем алырға, файҙалы күнекмәләрҙе үҙләштереү теләге һәм башҡа маҡсаттар булһа, ошолар китап уҡыуға, белем туплауға этәрә лә инде!
Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте.