Яҙыусының ижад ҡыуанысы

“Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы донъя күрҙе

Яҙыусының ижад ҡыуанысыЯҙыусының ижад ҡыуанысы
Яҙыусының ижад ҡыуанысы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал хәтерләй:
- Уҙған быуаттың 90-сы йылдары урталарында ни Булат Рафиҡов менән Назар Нәжми Төркиәгә сәйәхәт итеп ҡайтты. Ул ваҡытта “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булған Булат ағайҙан һорайбыҙ: "Унда төрөк яҙарлары (яҙыусылары) нисек йәшәй?"
Уның яуабы ғәжәпләндерҙе: "Төрөк яҙыусылары бик бай, хатта үҙҙәренең виллалары, бәләкәй йөҙгөс кәмәләре лә бар, әммә бәләкәй генә, брошюра һымаҡ йоҡа ғына китапсыҡтарын урам саттарында һатып ултыралар".
Әкәмәт. Хәҙер бына 30-35 йылдар уҙғас, шаңҡыйбыҙ: йәмғиәтебеҙ үҫешкәс, инде беҙҙә Төркиәләгесә капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашҡас, яҙыусыларҙың был хәл беҙгә лә килеп еттеме икән? Бөгөн беҙ шул уҡ хәлдәме?

Күптән түгел Башҡортостандың Милли китапханаһында әҙиптең “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы менән таныштырыу кисәһе үтте. Унда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары яҙыусының әҫәрҙәре буйынса “тәнҡитселәр ҡоро” үткәрҙе, ижады һәм тормош юлы буйынса материалдар менән танышты. Һәм, әлбиттә, 1-се томдағы әҫәрҙәр араһынан 8 класс өсөн мәктәп дәреслектәренә ингән “Таня-Таңһылыу” сентименталь романы, “Бәлә”, “Түңгәк”, “Убыр”, “Ике ғүмер”, “Ят бауыр” ише повестары менән яңынан танышты, автографлы китаптарын һатып алды.
Бына шулай, хәҙерге заманда беҙҙең башҡорт яҙыусылары ла, төрөк яҙарҙары ише, китап уҡыусыларҙы үҙҙәренең китаптары менән таныштырыуҙа ла, уларҙы һатыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Айгөл Солтанова.

Фото - Милли китапхананан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас