

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылынан Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге «Еҙ төймә» ансамбле «Кесе Ватан мәҙәниәте» пректы сиктәрендә, алты гармун алыуға ирешкән. Ансамбль етәксеһе Рәсимә Халикова әйтеүенсә, гармунсылар - ауылдың йәмә һәм биҙәге. Төрлө мәҙәни саралар уларһыҙ үтмәй. Иң һөйөнөслөһө: ансамбл ағзалары яңы гармунлы булған.
Мөбәрәк Салихов, Самат Салихов, Хәйбулла Арғынбаев, Ғәфүр Йәнғолов, Миңлегөл Халиҡова, Рәсимә Халиҡова, Миңзифа Йосопова—ансамбль гармунсылары. Киләсәктә лә "Еҙ төймә"гә уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм видео авторы: Рәсимә Халиҡова