Салауат Щербаков В.И. Лениндың йорт-музейы менән танышты

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау кәрәкме?

Салауат Щербаков  В.И. Лениндың йорт-музейы менән таныштыСалауат Щербаков  В.И. Лениндың йорт-музейы менән танышты
Салауат Щербаков В.И. Лениндың йорт-музейы менән танышты

10 июндә, Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнө алдынан, В.И. Лениндың Йорт-музейында үҙенсәлекле ҡунаҡ - Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәй Художество академияһы академигы, профессор, Скульптура кафедраһы мөдире Салауат Щербаков булды.

Бер нисә тиҫтә йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге осоронда ул Ватаныбыҙ өсөн мөһим, хатта дәүер әһәмиәткә эйә булған бик күп колоритлы, монументаль скульптуралар ижад итә. Шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле уның ижад емеше булып тора.

Салауат Щербаков менән әңгәмәгә Өфө ҡалаһының Киров районы мәктәптәре уҡыусылары һәм студенттары саҡырылды. Осрашыуҙа шулай уҡ архитектор, Рәсәй Художество академияһының ағза-корреспонденты Константин Донгузов ҡатнашты.

Салауат Александрович Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау нескәлектәре, реставрация ҡайҙа һәм күпме ваҡыт үтәсәге хаҡында һөйләне.

– Салауат Юлаев һәйкәле суйындан эшләнгәнлеге менән үҙенсәлекле, шуға күрә уны реставрациялау талап ителә, – тип билдәләне Салауат Щербаков.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ һәйкәлдән тыш, постамент реставрацияланасағын һәм һәйкәл торған тауҙы нығытыу буйынса етди инженерлыҡ эштәре үткәреләсәген белә.

Осрашыу аҙағында В.И. Лениндың Йорт-музейы директоры Хәлил Хәмзин Салауат Щербаковҡа музей тураһында китаптар һәм иҫтәлекле сувенирҙар бүләк итте.

Фото: В.И. Ленин йорт-музейынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас