Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар

Златоуст һабантуйы ғәҙәттәгесә сағыу һәм күләмле байрамға, ә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында ныҡлы дуҫлыҡ символына әүерелде.

Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланыларЗлатоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар

Златоуст ҡалаһында милли Һабантуй айырыуса сағыу билдәләнде. Бында ҡаланың иң яҡшы коллективтарының һәм Башҡортостандан, Татарстандан килгән ҡунаҡтарҙың йыр-моңдары, халыҡ уйындары, милли күргәҙмәләре эшләне.

Быйыл Башҡортостан республикаһы халыҡ күңел асыуҙарында киңәйтелгән форматта ҡатнашты. Төп сәхнәлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаһа, Учалы балалар филармонияһы, Дыуан районының этнофольклор ихатаһы, Ҡариҙел районының гармунсылар ансамбле барыһының да күңеленә хуш килде. Милли ихаталарҙан, профессиональ коллективтарҙан тыш, башҡорт продукцияһын һәм тауарҙарын күргәҙмә-һатыу ҙа эшләне. Мәсәғүт һөт комбинаты үҙенең продукцияһын тәмләп ҡарауҙы ойошторҙо.

Ҡунаҡтар, шулай уҡ, республика уҡыу йорттары: Мәсәғүт педагогия колледжы һәм Дыуан күп профилле колледжы эшмәкәрлеге менән таныша алды.

         – Башҡортостан Республикаһы ҡатнашлығындағы был байрам Силәбе өлкәһенең бөтә тау-завод зонаһы халҡы өсөн йыл һайын үткәрелеүсе матур ваҡиға. Ул төрлө йәштәге, төрлө динле һәм милләтле кешеләрҙе берләштерә, тип ышаныс менән әйтә алам! Һабантуй Башҡортостандың Силәбе өлкәһендә танылыу яулауынан тыш, төбәк-ара бәйләнештәрҙе лә нығыта. Златоуст ҡала хакимиәтенә һәм урындағы йәмәғәтселәр командаһына милли йолаларҙы йылы ҡабул иткәндәре һәм яҡлағандары өсөн айырыуса рәхмәт белдерәм! – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

         Байрамды ойоштороуҙы республика хөкүмәте вәкилдәре лә юғары баһаланы.

         – Златоуст һабантуйы ғәҙәттәгесә сағыу һәм күләмле байрамға, ә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында ныҡлы дуҫлыҡ символына әүерелде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа башҡорт халҡының йолаларын күрә, ысын халыҡ байрамы атмосфераһын тоя алды. Губернатор хакимиәтенә, Силәбе өлкәһе хөкүмәтенә, Златоуст ҡала округы хакимиәтенә, Силәбе өлкәһенең йәмәғәт ойошмаларына сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Алексей Александров.

         Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, баҫыу һәм һабан байрамы төбәктәрҙе берләштерә:

          – Һабантуй – башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған байрамдарҙың береһе. Башҡортостандың Златоуст хакимиәте саҡырыуы буйынса унда ҡатнашыуы бик тә ҡыуаныслы. Сөнки беҙҙең төбәктәрҙе күп нәмә берләштерә. Айырыуса яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре, дөйөм мәҙәниәт һәм тарих.

         Ысынлап та, Һабантуй ул – үҙеңдең ғаиләңдән һәм йолаларҙан башлап, хеҙмәтте, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты юғары күтәреүсе байрам. Башҡорт ихаталарын һәм милли күргәҙмәләрҙе ихлас күңел менән ҡабул иткән, ҡыҙыҡһынып ҡараған Силәбе халҡының күңелендә тик сағыу тәьҫораттар ҡалыуына иманым камил.

Фотолар: Златоуст ҡала Һабантуйын ойоштороусыларҙың матбуғат хеҙмәте.

Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Златоуста Һабантуйҙы ҙурлап ҡаршыланылар
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас