

Башҡортостандың һәм Татарстандың иң популяр йырсыларының береһе Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә гастролдәрен туҡтатып торорға мәжбүр булыуы хаҡында хәбәр иткән. Был уның сәләмәтлегенә бәйле.
Йырсы әйтеүенсә, ул оҙаҡ ваҡыт дауамында ныҡ һыҙлана, сөнки умыртҡа бүҫере бар. Әле Элвин Грей ауыртыуҙы баҫа торған медицина процедуралары ала башлаған. Энә терапияһы яһайҙар, шулай уҡ лазер ҙа ҡулланалар.
"Сәләм, дуҫтар! Гастролдәр - ул һәр ваҡыт адреналин, зал энергияһы һәм эмоциялар диңгеҙе. Әммә әлегә мин яңырыу кисерергә булдым. Йәйҙе баланста үткәрәм: ҡояш, ижад һәм яңы проекттар. Пландарҙа - тректар яҙҙырыу, төшөрөү һәм ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу! Яңы миҙгелдә һеҙҙе хайран ҡалдырырға бар көсөмдө һалам!" - тигән ул.
Беҙ ҙә йырсының тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ һәм өр-яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ!
Фото: телеграм