Ноғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби конкурс уҙҙы

Тыуған ергә һөйөү, илһөйәрлек конкурс хикәйәләренең төп темаһы булды

Ноғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби конкурс уҙҙыНоғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби конкурс уҙҙы
Ноғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби конкурс уҙҙы

Яҙыусылар йортонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Конкурсты Яҙыусылар союзы һәм “Йәшлек” гәзите ойошторҙо. 

          –  Беҙҙең гәзит элек-электән уҡыусылар араһында әҙәби конкурстар үткәрә, – тип уртаҡлашты “Йәшлек” тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. – Тыуған ергә һөйөү, илһөйәрлек конкурс хикәйәләренең төп темаһы булды. Әммә беҙ бөтә хикәйәләрҙе, шул иҫәптән лириканы ла, детективтарҙы ла ҡараныҡ.

         Конкурсҡа бөтәһе 36 хикәйә килгән, ә уларҙың иң яҡшы 20-һе гәзит биттәрендә псевдонимдар аҫтында баҫылған. Хикәйәләрҙе жюри ағзалары тикшергәндән һуң 10 еңеүсе һайланған.

Беренсе урынды йәш яҙыусы Рәзинә Урманшина яулаһа, икенсе урында Әминә Яхина (Сибай) һәм Борис Мәхмүтов (Ырымбур) алған. Өсөнсө урынды Фәрзәнә Аҡбулатова (Өфө), Зифа Ишмырҙина (Ейәнсура районы) һәм Рүзидә Үтәшева (Сибай).  Конкурстың приз фонды 100 мең һум тәшкил иткән, шулай уҡ Яҙыусылар союзы махсус бүләк тә әҙерләгән.

         – Бындай конкурстар яңы һәләттәрҙе асырға мөмкинлек бирә, еңеүселәр араһында гәзит уҡыусылар булыуы бик тә ҡыуаныслы, – тип билдәләне Артур Хәсән улы. – Икәүһе конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашты һәм шунда уҡ еңеүселәр иҫәбенә инделәр. Ырымбур театры режиссеры Борис Мәхмүтовтың “Һуҡыр бейеүсе” хикәйәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Фото: “Башинформ”дан.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас