Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан

Һуңғы йылдарҙа ул Майами ҡалаһында йәшәй, яңы йырҙар яҙҙыра, картиналар төшөрә, модель булып эшләй. 

Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡанЙырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан
Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан

Күптәр моңло тауышлы, нескә билле, сибәр йәш йырсыны иҫләйҙер. Башҡорт ҡыҙы Анжелика Якусева һуңғы йылдарҙа сит илдә йәшәй һәм ижад итә. Ошо көндәрҙә Италияның Комо күле буйында яҡташыбыҙҙың туйы үткән. Ул кейәүгә сыҡҡан.

Ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Лондондың Sotheby’s institute of art вузын тамамлаған. 18 йәшенән үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарай, шулай уҡ "Һылыуҡай", «Краса России-2015», «Top-model of the world» матурлыҡ конкурстарында ҡатнаша. «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашыу иһә Анжеликаға айырыуса ҙур популярлыҡ килтерә.

Һуңғы йылдарҙа ул "Таланттар визаһы" менән Майами ҡалаһында йәшәй, яңы йырҙар яҙҙыра, картиналар төшөрә, модель булып эшләй.

Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.

Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан
Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан
Йырсы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас