Сәсән затын данланылар

Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге йыраусылар һәм сәсәндәр бәйгеһе үтте. Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм республиканың төрлө райондарынан ҡатнашыусылар булды. Кем Гран-при яуланы?

Сәсән затын данланыларСәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар

Кисә Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән, халыҡ-ара һәм республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры  Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге йыраусылар һәм сәсәндәр бәйгеһе үтте.

«Сәсән һүҙе нур сәсә» сәсәндәр һәм йыраусылар бәйгеһе быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола, һәм сара республика кимәленә сыҡты.

Бәйгеселәр араһында Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм республиканың төрлө райондарынан ҡатнашыусылар булды. Төп приз - Гран-приҙы Баймаҡ районы Буранбай ауылынан Хәбир Раев яуланы!

Конкурс тураһында тулы һүрәтләмә менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.

Автор фотолары.

Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Сәсән затын данланылар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас