Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар

Талантлы рәссамдың исеме - Нәркәс Мырҙағолова

Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙыларЙәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында талантлы йәш рәссам-иллюстратор Нәркәс Мырҙағолованың " Илһам биргән халҡым бар" күргәҙмәһе асылды.

Нәркәс Өфөлә тыуып үҫкән. Баш ҡаланың 91-се гимназияһын тамамлағас, БДУ-ның роман-герман фиологияһы факультетына уҡырға инә. Аҙаҡ Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбендә “дизайнер һәм иллюстратор” һөнәрен үҙләштерә.

Нәркәс Мырҙағолова “Ижадымда фольклор мотивтары” тигән күргәҙмәһен тәҡдим итте. Бында “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ эпостары мотивтары буйынса төшөрөлгән һүрәттәр ҡуйылған.

Йәш рәссамды тәүге шәхси күргәҙмәһе уңайынан БР Милли әҙәбиәт директоры Зәки Әлибаев, М.Ғафуриҙың йорт-музейы хеҙмәткрәҙре, ӨФһТУ ғалимдары, туғандары һәм дуҫтары ҡотланы.

Сараның икенсе өлөшөндә оҫталыҡ дәресе ойошторолдо: ҡатнашыусылар, композиция нигеҙҙәренә һәм һүрәттә төҫтәр ярашыуына таянып, бәләкәй картина төшөрөп ҡараны.

Мәғлүмәт, фото: М.Ғафуриҙың йорт-музейынан.

 

Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Йәш рәссамдың ижады менән таныштырҙылар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас