

Балаҡатай районында 18-се төбәк-ара рус йырҙары һәм таҡмаҡтары байрамы тамамланды. Халыҡтың мәҙәни һәм рухи мираҫын еткерергә Өфө, Октябрьский, Балаҡатай, Белорет, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Удмуртиянан коллективтар һәм айырым башҡарыусылар килде.
Сарала барлығы 412 кеше ҡатнашты - 28 солист һәм 35 коллектив үҙенең һәләтен күрһәтте.
Байрам өс көн дауам итте. Тәүге икеһендә рус йырҙарын һәм таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың конкурсы уҙҙы. Сараға ярашлы, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Сағыу, күп жанрлы рус йырҙары һәм таҡмаҡтары байрамы Гала концерт һәм иң яҡшы башҡарыусыларҙы ҡотлау менән тамамланды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының халыҡ йыры хоры кафедраһы профессоры Лира Шутова рәйеслегендәге жюри баһаланы.
Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. “Рус йыры хоры” номинацияһына - Белорет ҡалаһынан рус халыҡ йыры хоры, “Фольклор ансамбле” номинацияһына - Октябрьскийҙан “Волюшка” халыҡ казак ансамбле, “Профессионал коллективтар” номинацияһына - Октябрьский музыка колледжының “Йомарт кис” рус халыҡ йыры хоры, “Рус йыры ансамбле” номинацияһына Свердловск өлкәһенән “Росиночка” йыр-бейеү ансамбле лайыҡ булды һ.б.
Фото: Балаҡатай районының мәҙәниәт бүлеге сайтынан.