Ҡурайсылар ансамбле "Шүлгәнташ" музейы амфитеатрында сығыш яһай

Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле бөгөн ижад миҙгелен тамамлай.

Ҡурайсылар ансамбле "Шүлгәнташ" музейы амфитеатрында сығыш яһайҠурайсылар ансамбле "Шүлгәнташ" музейы амфитеатрында сығыш яһай
Ҡурайсылар ансамбле "Шүлгәнташ" музейы амфитеатрында сығыш яһай

Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ижад миҙгелен тамамлай. Ул бөгөн “Шүлгәнташ” мәмерйәһенең амфитеатрында сығыш яһай.

Был уникаль мәҙәни ваҡиға бөгөн, 27 июндә була. Башҡортостандың хозур төбәгендә, Урал батыр ерендә яңғыраған моңдарҙы ишетергә, тылсымлы ҡурай моңдарына арбалырға мөмкин. Программала боронғо халыҡ көйҙәренән алып башҡорт композиторҙарының классик әҫәҙәре һәм заманса эшкәртеүҙә традицион көйҙәр яңғырай.

Коллективтың етәксеһе, күренекле ҡурайсы Азат Айытҡолов әйтеүенсә, илһөйәрлекте нығытыуға йүнәлтелгән сығыштар тамашасыларға оҡшар. Ансамбль “Урал”, “Ҡаһым түрә”, “Ашҡаҙар”, “Ҡолой кантон”, Абдрахман”, “Байыҡ”, “Зарифа”, “Ирмәк” һәм башҡа быуындан-быуынға күсә килгән йырҙарҙы башҡара. Заманса эшкәртелгән көйҙәр үҫеп килгән быуынға ла ҡыҙыҡлы булыр.

Ҡурайсылар ансамбле БР Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 2024 йылда төҙөлдө. Коллектив республика буйлап бихисап гастролдәрҙә йөрөнө лә инде. Уның исем туйы былтыр 10 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте һәм Республика көнөнә бағышланды.

Р. Хәбиров был көндө Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип атаны һәм 10 октябрҙе Ҡурай көнө тип иғлан иткән указға ҡул ҡуйҙы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас