

Һуңғы йылдарҙа Өфөлә башҡорт йәштәренең әүҙемләшеүе шатландыра. Бының бер дәлиле итеп Ағиҙел яры буйында үткән “Самауырлы ритайым” кисәһен килтерергә була. Ул үткән кистәрҙә яр буйында алма төшөр урын юҡ: килгәндәр рәхәтләнеп башҡорт бейеүҙәрен бейей, йырҙар йырлай. Бынан тыш, башҡорт йәштәренең Салауат Юлаев майҙанында, парктарҙа йыйылышып йырлауҙары ла матур ғәҙәткә әйләнде. Һәм ошондай сараларҙа бер нәмә иғтибарға лайыҡ: йәштәр башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙарының йырын башҡара. Йыш ҡына “Мине көтә йыһан”,”Алып ҡайт мине”, “Фәрештәм”, ”Ҡоштар һанайым” яңғырай. Былар – популяр музыкант Тимур Ямаловтың ижад иткән һәм башҡарған йырҙары. Беҙ Тимур менән осрашып, башҡорт эстрадаһы, унда йәштәрҙең урыны, егеттең ижады һәм пландары тураһында һөйләштек.
– Тимур, һинең турала биш-алты йыл элек ныҡлап ишетелә башланы. “Мине көтә йыһан” йыры менән билдәле булдың һәм күптәрҙең күңелен яуланың. Ошо осорға тиклем кем инең һин? Сығышың, ижад юлыңдың башы тураһында һөйлә әле.
– Учалы районының ҙур булмаған Ҡотой ауылынан мин. Һөнәри музыкаль белемем юҡ. Бала саҡтан башҡорт фольклоры түңәрәгенә йөрөй торғайным, шунда йырлай, бейей инек. Ул түңәрәктә өләсәйем менән әсәйем ихлас ҡатнашты, әсәйем аҙаҡ балаларға вокал белеме бирҙе. Һәләтем уларҙандыр тим. Бәләкәйҙән шул мөхитте үҫкәс, теләйһеңме-юҡмы, быларҙың барыһы ла һеңгәндер. 11-се класты тамамлаған йылда, 17 генә йәштә атайым үлеп ҡалды. Биш йәшлек ҡустым бар ине, әсәйемде яңғыҙ ҡалдырғым килмәне. Шуға күрә ҡайҙалыр алыҫҡа уҡырға китмәнем, Учалы тау-байыҡтырыу колледжына индем, тик алған профессия буйынса бер көн дә эшләмәнем.
– Тимәк, шул саҡта уҡ ижад менән шөғөлләнә башланың?
– Әгәр уны ижад тип әйтеп булһа (көлә). Башҡорт йәштәре араһында танылыуҙы миңә “Ҡош юлы” фестивале килтерҙе. Тик уға тиклем дә бик күп башҡа сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Үҫмер саҡта гитарала уйнап йырлаған иптәштәрем күп ине. Уларға эйәрепме, башҡорт ауылында тыуып үҫһәм дә, русса йырланым. 2012 йылда ҡурҡа-ҡурҡа ғына райондың Уральск ҡасабаһында үткән гитарала уйнап йырлаусылар конкурсында ҡатнаштым. Һәм көтмәгәндә унда беренсе урынды яуланым. Бәйгелә жюриҙа ултырған бер апай “Беҙҙең ҡала йырҙары” конкурсын ойоштороусы булып сыҡты һәм шунда ҡатнашырға саҡырҙы. Унда бик күп яңы кешеләр менән таныштым, егеттәр “Урал-тауҙағы тауыштар” фестиваленә ҡоҙаланы. Унда ла көсөмдө һынап ҡараным һәм “Ҡош юлы” тураһында белеп ҡалдым. Тәүге йылда унда бер ниндәй ҙә урын яуламаным. Был мине сәмләндерҙе, үҙемә ”Икенсе йылға мотлаҡ барам һәм еңәм” тигән маҡсат ҡуйҙым.
“Ҡош юлы”на әҙерлек сиктәрендә тип әйтәйемме, алты бард-фестивалдә ҡатнаштым. Тәжрибә туплар өсөн ҡала, район кимәлендәге бөтә спорт һәм ижади конкурстарға йөрөнөм. Байтаҡ ҡына призлы урындар яуланым. Һәм төп маҡсатыма өлгәштем: 2013 йылда “Ҡош юлы”нда еңдем. Шул саҡта башҡорт йәштәре араһында танылыу ала башлағанмындыр.
Ғөмүмән, “Ҡош юлы” ижади тормошомда мөһим роль уйнаны. Унда йыл һайын йә ҡатнаштым, йә ойоштороусылар араһында булдым. Әйткәндәй, тап шул осорҙа рус телендәге бард-фестивалдәрҙән ситләштем.
– Ә артабан?
– Ә шунан һуң бер нисә йылға юғалдым, сөнки йырҙар яҙҙым. 2019 йылда “Ҡоштар һанайым” йыры менән “Евразия йөрәге”ндә ҡатнашырға саҡырҙылар. Уны оркестр менән башҡарҙым, кешеләр бик йылы ҡабул итте. Шул осорҙа йәштәр парктарҙа йыйылып минең тәүге йырҙарымды башҡара башлаған ине. 2021 йылда һанлы музыкаль майҙансыҡтарға сыға башланым. Киң танылыу шунда килде.
– Һинең “Беренсе канал”да, Мәскәү фестивалдәрендә ҡатнашҡаныңды ла беләбеҙ.
– Был да 2021 йылда булды. Үҙем өсөн яңы жанр – рэп стилендә башҡортса “Карма” тигән йыр яҙҙым. Уны яратып ҡабул иттеләр, күрҙеләр. Ошо йыр менән “Беренсе канал”ға саҡырҙылар. Республика тураһындағы тапшырыуҙа уны күрһәттеләр. Шулай уҡ Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Әҙәби фестивалдә ҡатнаштым, башҡорт телендә Пушкинға арналған рэп уҡыным. Танылыу, артабан китеү өсөн ҙур аҙым булды былар.
– Тимәк, танылған йырсы булыр өсөн профессиональ белем кәрәкмәй?
– Йырсы булыр өсөн профессиональ белем кәрәк, ә бына популяр булыр өсөн кәрәкмәй! (көлә).
– Үҙеңдең популярлыҡ серең нимәлә тип уйлайһың?
– Мине 70 процент йәштәр тыңлай. Башлыса социаль селтәрҙәр аша. Һис шикһеҙ һанлы майҙансыҡтар танылыуға ныҡ булышлыҡ итә. Икенсе фактор – йырҙарым күңелем аша үтә. Бөтә йырҙарымды ла үҙем ижад итәм. Мин кеше яҙғанды башҡара белмәйем. Үҫмер саҡта русса ижад итә инем. Башҡортса яҙырға тырыштым, тик бер нисек тә килеп сыҡманы. Йә рифмалар ятмай, йә фонетика килешеп бөтмәй, йә һүҙҙәр мәғәнәне аса алмай кеүек ине. Бер нисә йыл маташҡандан һуң, был уйҙан төңөлдөм. Тик үҙем оноторға теләһәм дә, мейем уйлап йөрөгән, ахыры. Бер төндә ҡапыл уянып киттем дә башҡортса бик матур текст килеп сыҡты. Һәм шул саҡта телдең нескәлектәрен аңланым. Киреһенсә, башҡортса яҙыуы еңел була башланы. Хәҙер русса яҙып булмай.
– Йырҙарың нимә тураһында?
– Тәүгеләре, үҫмер саҡтағылары, әлбиттә, мөхәббәт тураһында. Һин яратаһың, һине яратмайҙар, ташлайҙар, йөрәк яралана... Был саҡта кемдер эсә башлай, ә мин йыр яҙа инем. Ә һуңынан фәлсәфәүи йырҙар тыуа башланы. Тормош тураһында уйланыуҙарым, кисергән хис-тойғоларым. Мәҫәлән, “Мине көтә йыһан” йыры үҙемә арнап яҙылған йыр ине. Ул саҡта тормошомда ауыр мәлдәр кисергән, алдағы көндәргә ышанысым кәмей башлаған мәл булды. Уны үҙемде яҡты киләсәккә ышандырыр өсөн яҙҙым. Һәм ул танылыу алған һәм ниндәйҙер кимәлдә күрәҙә-йыр булды. Уны башҡарғандың икенсе көнөнә “йондоҙ” булып уяндым. Социаль селтәрҙәрҙә яҙылыусыларым бер төндә ике тапҡырға артты, меңәрләгән хаттар яҙҙылар, йөҙәрләгән репост эшләнеләр. Быға тиклем мине гитарасылар белһә, унан һуң башҡалар ҙа таный башланы.
– Йырҙарыңда, ысынлап та, тәрән мәғәнә ята. Кешеләргә лә яҙып бирәһеңме?
– Мин бер ҡасан да кеше өсөн йыр яҙғаным юҡ. Эйе, бик күптәр һорай, аҡса тәҡдим итә. Мин яҙғы килмәгән өсөн түгел, ә яҙа алмаған өсөн яҙмайым. Бөтә йырҙарымды ла башымдан үткәрәм, унда минең хис-тойғоларым. Нимә борсой, шуны яҙам. Заказ буйынса шатлана йәки ҡайғыра белмәйем. Йырым үҙемә 100 процент оҡшамай икән, уны сығармайым. Бер йыр өҫтөндә айҙар, йылдар буйы эшләйем. Һүҙҙәрҙе рифмаға һалыу ауыр түгел, тик унан ғына йыр сыҡмай бит. Шулай уҡ күптәр башҡар тип үҙҙәренең йырын тәҡдим итә. Тик мин кеше йырын да йырлай белмәйем. Сөнки уны аңламайым, ул хистәр минеке түгел.
– Ысынлап йылдар буйы яҙған йырҙарың бармы?
– Ысын. “Мине көтә йыһан” өс ай яҙылды,”Фәрештәләр” йырын алты йыл яҙҙым. Уның көйө үҙемдеке түгел, билдәле бер америка төркөмөнөң фәрештәләр тураһындағы йырына эшләнгән кавер ул. Шул йыр ныҡ оҡшай ине, уны башҡортса йырлау тураһында хыялландым, алты йыл буйы уйландым, яҙырға тырыштым, тик килеп сыҡманы. Ә бер көндө, уйламағанда, ултырып ярты сәғәт эсендә яҙҙым. “Ҡоштар һанайым” бер йыл яҙылды. Дөйөм алғанда, 15-ләп йырым бар. Исем өсөн, булһын тип кенә сыҡҡандары юҡ.
– Башҡортостан йәштәре йырлап табыш ала аламы?
– Минең ижадтан башҡа эшләгән ерем юҡ. Башҡорт эстрадаһында тырышҡан кешегә табыш алырға була. Бер төркөм йәштәр Урал аръяғы райондарына гастролдәргә йөрөйбөҙ. Беҙҙә унда көтәләр, бергә ҡушылып йырлайҙар, ныҡ дәртле йәштәр. Әле иһә көҙгә үҙемдең концертымды әҙерләйем. Береһе төркөм менән булһа, икенсеһе акустик вариантта булыр тип күҙаллайым.
– Ниндәй йәш артистарҙы билдәләр инең?
– Һуңғы йылдарҙа улар бик әүҙемәште. Һәләтле йәштәр күп ул: Зага, BABY Ti, Ramilka һәм башҡалар. BABY Ti (Арыҫлан Тимеров) бик әүҙем эшләй, үҙен төрлө майҙандарҙа таныта, башҡа артистар менән хеҙмәттәшлек итә. Киләсәктә ул Рәсәй кимәленә сығыр тип уйлайым. “Эй Йола” төркөмөнә афарин! Башҡорттарҙы донъя кимәленә таныттылар. Юғиһә сит илгә барһаң, башҡорттың кем икәнлеген аңлатыу ауыр ине. Хәҙер улар беҙҙе “Һомай” аша белә. Уларға туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан эшләргә кәрәк. Минеңсә, донъя кимәлендәге продюсерҙары булһа, яҡшы булыр ине.
– Һин – “Самауырлы ритайым”дың төп ҡунағы.
– Минең йырҙар гитарала уйнала бит, ә “Самауырлы ритайым”дың форматы шуға тура килә. Ғөмүмән, был сараны ныҡ яратам. Унда йылы, үҙебеҙҙең башҡорт мөхите. Ситтән килгән кешегә күрһәтеү оят түгел, республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөнә әйләнеп бара. Саҡырһалар, гел барам, бушлай рәхәтләнеп йырлайым. Хәҙер уны башҡа ҡалалар ҙа үткәрә башланы, был бик яҡшы күренеш.
– “Йондоҙ” сире юҡмы?
– Урам буйында таныйҙар, фотоға төшәләр. Йәштәр йыйылышып минең йырҙарҙы башҡара. Социаль селтәрҙә күпләп яҙалар. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла оҡшай. Ләкин мин ябай ауыл малайы, мин бер ҡасан да “йондоҙ” булырға, танылырға хыялланманым. Мин музыканы түгел, ә музыка мине үҙе һайланы.
Фото: Тимур Ямаловтың шәхси архивынан.