Хәниә Фәрхи йырҙарын кем йырлаясаҡ?

Хәниә Фәрхи йырҙарынан торған "Онотолор тимә" тигән концерт программаһы әҙерләнә. "Шундай тәҡдим алғас, ҡурҡып ҡалдым. Сөнки минең өсөн был - бик етди нәмә. Бер аҙҙан һуң ризалаштым..." ти йырсы  

Хәниә Фәрхи йырҙарын кем йырлаясаҡ?Хәниә Фәрхи йырҙарын кем йырлаясаҡ?
Хәниә Фәрхи йырҙарын кем йырлаясаҡ?

Тап ошо йәй айында күптәрҙең яратҡан йырсыһы Хәниә Фәрхиҙең ғүмере өҙөлдө. Әммә уның йырҙары, ижады онотолмай. 

Ҡазан ҡалаһында Хәниә Фәрхи йырҙарынан торған "Онотолор тимә" тигән концерт программаһы әҙерләнә. Ул тамашасыға августа тәҡдим ителәсәк һәм йырсының 65 йыллығына бағышлана. Концерт та буласаҡ. Хәниә Фәрхи йырҙарын яңыртылған "Байрам" ансамбле менән Алина Кәримова башҡарасаҡ. Уны күптәр "икенсе Хәниә" тип атай.

"Шундай тәҡдим алғас, ҡурҡып ҡалдым. Сөнки минең өсөн был - бик етди нәмә. Бер аҙҙан һуң ризалаштым. Легендабыҙ Хәниә апайҙың рухы шат булһын, һәр бер иҫкә алыуыбыҙ уға доға булып барып етһен",  - тип яҙған Алина Кәримова үҙенең сәхифәһендә.

Тимәк, яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхи йырҙары артабан да йәшәйсәк әле!

Сығанаҡ: "Интертат"

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас