+24 °С
Ямғыр


Бөрйән районынан йәш йырсының ижадын күптәр ярата. Бигерәк тә Рәил Өмөтбаев менән башҡарған “Әсә бәхете” йыры күптәрҙең йөрәгенә үтеп инде.
Былтыр Ғайсарҙың кәләш алыуы тураһында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға билдәле булды: йәштәр бәпес көтә икән! Миңлеғоловтарҙың ғаиләһендә тиҙҙән ҡыҙ бала донъяға киләсәк. Был турала улар социаль селтәрҙәрҙә видеоһы менән уртаҡлашты.
Йәштәрҙе беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Сабыйҙы иҫән-һау ҡулығыҙға алырға яҙһын!
Фото: социаль селтәрҙәр.