

Яҙҙан бирле Белорет районының Ҡаһарман ауылы халҡы яңы ҡунаҡтарҙың - сериал төшөрөүгә әҙерләнгән бригаданың эшмәкәрлеген күҙәтә.
Кино төшөрөүселәр республиканы өйрәнеп сыҡҡандан һуң ошо ауылда туҡтала. Улар әйтеүенсә, яңы сериалды төшөрөүгә был урын бар яҡтан да тура килә - бейек тауҙары ла, йылғаһы ла, ауылдың урынлашҡан урыны ла.
Кино төшөрөүселәр Ҡаһарман ауылының бер осонда - Ағиҙел йылғаһы буйындағы яланды һайлап алған. Әле унда бер бәләкәй генә ауыл хасил булған. Бер йортто быяланан төҙөйҙәр, ҡалған йорттарҙы ауылдағы иҫке өйҙәрҙе, ҡапҡаларҙы, мунсаны һатып алып күсереп ултыртҡандар. Ауылдан төрлө йыһаздар алғандар.
Әйткәндәй, был кинола беҙҙең олатайҙың бер өйөндә грим һалыу бүлмәһе буласаҡ.
Ошо көндәрҙә "Дошман" ("Враг") сериалын төшөрә башлаясаҡтар, Рәсәй йондоҙҙарынан бер төркөм актерҙар ауылға килгән дә инде. Августа Никита Михалковтың улының килеүе көтөлә.
Рәмилә Мусина фотолары.