18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!

Боронғо ҡомартҡылар был ғына түгел. Мамонттың һуҡҡы теше, боронғо патефон да бар...

18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!
18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!

Бүздәк ауылындағы тарих һәм  тыуған яҡты өйрәнеү музейы боронғо ҡомартҡыларының күп, бай булыуы менән ғәжәп итте. Нимә генә тап итмәҫһең унда! 18-се быуаттағы түшелдерек килгән ҡунаҡтарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шул йылдарҙың ауазы булып, тарихты бөгөнгө менән бәйләп торған ҡәҙерле ҡомартҡы ул. Һуғыш йылдарынан ҡалған граммофон да әле булһа эшләп ултыра. Йәш быуында был ҡомартҡы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 1971 йылда Урҙайбаш ауылы биләмәһенән табылған мамонттың һуҡҡы теше лә үткәндәрҙең сағылышы.

Айырым урын – хәрби дан залы. Унда ҙур урын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына бирелгән. Бүздәк районынан фронтҡа киткән  яугирҙәр тураһында ҙур мәғлүмәт тупланған, хатта электрон хәтер китабы булдырылған.

–Бында олатайым, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы  Мөхәмәтшәрип Ниғмәтуллиндың һуғыштан алып ҡайтҡан котелогы ла һаҡлана. Әсәйем 20 йыл элек уны ошо музейға биргәйне, әле лә ул  ҡәҙерле иҫтәлек. Олатайым һуғыш ваҡытында Берлинға тиклем барып еткән, водитель булған,  һуғыштан һуң да  ошо һөнәренә тоғро ҡалған, - ти музей етәксеһе Надежда Дистанова.

Музейға кеше килмәгән бер генә көн дә юҡ. Башҡортостандан ғына түгел, сит яҡтарҙан да киләләр. “Йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе”, “Йәш экскурсовод” түңәрәктәре ойошторолоуы  балаларҙа тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, илһөйәрлек тәрбиәләй.

Автор фотоһы.

 

18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!
18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!
18-се быуат түшелдереген күрергә килегеҙ!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас