

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ғаиләһе лә бик татыу, дуҫ, матур ғаилә була. Әҙип хәләл ефете Зөһрә Камалетдин ҡыҙына яратып, наҙлап "Зөһрәкәй" тип өндәшкән. Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Насирова-Ғафури шағирҙың хәләл ефете генә түгел, ә ысын дуҫы ла, иң яҡын кешеһе лә була.
1909 йылдың йәйендә Мәжит менән Зөһрә араһында шул заман ғәҙәте буйынса мөхәббәт хаттары алмашыу бик ҡыҙыу төҫ ала.
Үҙенең бер хатында Мәжит Ғафури Зөһрәгә түбәндәгеләрҙе яҙа:
"Мин, ниһайәт, бына беренсе тапҡыр һеҙҙе "һөйөклө ханым" тип атайым. Беренсе тапҡыр һеҙгә үҙемдең яратыуым тураһында белдерергә йөрьәт итәм.
Мин һеҙҙе күптән яратам, һеҙҙе, һеҙҙең холҡоғоҙҙо, атлап йөрөшөгөҙҙө күҙәтәм. Күберәк күҙәткән һайын, һеҙгә булған мөхәббәтем дә үҫә, ҙурая бара.
Әгәр тормош юлдашым булығыҙ тигән тәҡдимемде ҡабул итһәгеҙ, быны бик ҙур бәхеткә һанар инем. Бөтөн шатлығымды һеҙҙең менән уртаҡлашыр, һеҙҙең өсөн дә тоғро тормош юлдашы булыр инем. Минең хаҡта үҙегеҙ ҙә барын беләһегеҙ: сибәр ҙә түгелмен, бай ҙа. Яҡшы яҡтарым тип иһә бына быларҙы һанарға була: белемгә тартылам, тормош итер өсөн аҡсаны ҡәләм ярҙамында эшләп табам - мин яҙыусы..."
Шағирҙың ихлас күңелдән яҙылған был хатына Зөһрә ризалыҡ менән яуап ҡайтара.
1909 йылда улар сәстәрен сәскә бәйләй. 1910 йылда тәүге мөхәббәт емештәре Әнүәр, 1919 йылда икенсе улдары Хәлит донъяға килә.
Фотола: Мәжит Ғафури ҡатыны Зөһрә һәм улдары Әнүәр һәм Хәлит менән, 1922 йыл.
Фото: vk.com/mdmmgafuri