

Саша һуңғы юлға оҙатыу агентлығына эшкә урынлашты. Ике ай ҙа үтмәй, боҙоҡлоҡ ҡылып, унан ҡыуылды. Уны ҡаланың әле был районында, әле икенсеһендә уғрылыҡта ғәйепләп эҙләнеләр, һорау алғас, киренән иреккә ебәрҙеләр.
Ләләнең ҡыҙының телефоны юғалды. Иренең ҡылығы булыуын һиҙенде ҡатын, тик тауыш сығарманы. Аҡсаһы бар ине, ҡыҙына тап шундайҙы алды ла бирҙе. “Әсәкәйем, бына мин яратҡан ҡатыным эргәһендә ятам. Был да рәхәтлек бирмәй миңә. Күңелемдә тынғылыҡ юҡ. Мин тағы һындым”, – тигән илаулы хәбәре Фәһимәне аптыратманы, сығырынан да сығарманы. Шулай булыры билдәле ине кеүек.
Сашаның иректәге иркенлеге оҙаҡҡа барманы шулай ҙа. Уны тағы төрмәгә яптылар. Ләлә ҡәйнәһенә уның улы менән рәсми никахын бер яҡлы рәүештә өҙөргә судҡа ғариза илткәне хаҡында хәбәр итте. Уларҙы шулай йәһәт кенә айырып та ҡуйҙылар.
Сашаның вафаты хаҡында хәбәр килгәс, Фәһимә килененә шылтыратты: “Тағы ҡайһы еренә татуировка төшөрөлгәйне әле? Саша бына һуғышҡа тип китеп юғалды. Уны танырға кәрәк булһа, был мөһим деталь”, – тигән һорауын биреүгә, килене трубкаһын ташланы. Аҙаҡ ишетеүенсә, ул яңыраҡ ҡына икенсе бер ир менән никахлашҡан, имеш.
* * *
Төрмәлә Света исемле ҡатын һорай икән Сашанан: “Ҡара әле, бына атай-әсәйең – изге күңелле, хөрмәтле кешеләр. Ә һин кемгә оҡшап шулай елғыуарһың? Ниңә бында ҡабатлап килергә һиңә? Тәүгеһе һабаҡ булманымы ни?”
– Әрлә, апаҡайым, бына шундай йүнһеҙ инде ул мин... – тип яуап бирә Саша, башын түбән эйеп. Сашаның үлем хәбәре төрмәгә йәшен тиҙлегендә килеп етә. Шунда уҡ ышандылар.
– Башҡа варианттар булмауы көн кеүек асыҡ ине инде, уның өсөн күрәҙәсе булырға түгел, – тиештеләр унда.
* * *
– Эх, ошо һандар башымда бөтөрөлә. Кем икән ул? Берәй ҡасан юйып ташлап булырмы икән шуларҙы хәтерҙән?
Тағы Кристинаға шылтыратты. Төн урталарында, таң беленгән саҡта... Ҡатындың әрләп, телефонды һалыуына ла, шунда уҡ блокка ҡуйыуына ла күнеккән ул. Тик ҡалайтһын? Һөйгәненең хәлен белмәй сараһы юҡ уның. “Ҡамасаулайым? Ғазаплайым? Ә үҙем ғазапланмайыммы һуң? Әйт әле, һинһеҙ нисек йәшәргә, бәғерем?”
Һөйгәндәр араһында ниндәйҙер бер сихри бәйләнеш һаҡлана, тигәндәре дөрөҫ.
– Кристина, бәғерем, ни хәлдәһең?
– Биш, өс йәшлек ике бала менән тол ҡалдым мин. Ирем һуғышҡа юлланды. Ул китер алдынан никахыбыҙҙы рәсмиләштерҙек. Ниндәй тетрәнеүҙәр аша үткәнемде үҙем генә беләм. Бер аҙҙан ул хәбәрһеҙ юғалды. “Тормош иптәшегеҙ батырҙарса һәләк булды”, – тинеләр. Алып ҡайтып ерләнек. Шул ҡайғы менән йәшәйем мин. Ике баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Барлыҡ хәстәрем дә, хыялым да шул.
– Йә, йә, етәр. Илама, бәләкәс! Һәр ваҡыт иҫеңдә тот, мин һәр саҡ һиңә ярҙамға килергә әҙер. Кристина, үткәндәге хаталарымды юйып, һинең менән өр-яңы тормош башларға әҙермен. Рөхсәт ит, ярҙам ит миңә төҙәлергә!
Шулай итеп, ун йыл үткәс, улар тағы ҡушыла. Тәндәр менән түгел. Йәндәр менән. Кристина Сашаның ете йыл ярымға иркенән мәхрүм ителеүен белә, әлбиттә.
– Көтөрһөңмө?
– Көтөрмөн. Мин һине ғүмерем буйына ла көтөргә риза.
– Мин мөҙҙәтте ҡыҫҡартырға тырышырмын.
– Нисек?
– Бер юл бар... Бик дөрөҫ юл.
– Саша, тик мин һине юғалтырға теләмәйем. Һинең юғалырға хаҡың юҡ!
– Ярһыма. Мин хәл иттем инде. Миңә был Хоҙайҙан бирелгән ышаныс, бер өмөт. Ҡараны юйып, өр-яңы юлды һинең менән башлау. Балаларыңды үҫтерешеү. Бәлки, миңә лә берәй малай табып бирерһең, ә? Нәҫелде дауам итеүсе кәрәк бит миңә!
Артабан барыһы ла тиҙ генә хәл ителә. Силәбе аша китәбеҙ тигәс, Сашаны күреп ҡалыу теләге Кристинаны осороп ебәрерҙәй була. Тик улар ҡалала ҡасан булалыр? Юҡ, күрешә алмай улар. Бары уның хәбәрҙәре, ҡабалан шылтыратыуҙары ҡатындың йөрәген йылыта.
Саша фронтҡа барып эләккәс, Кристина уның әсәһе Фәһимәгә яҙа. Һөйгәне бәйләнешкә сыҡмай торған осорҙа уның әсәһе менән аралашып алыу ҙа үҙенә көс бирә.
– Фая апай, һеҙ мине иҫләйһегеҙҙер ул?
– Юҡ, ҡайҙан, минең бит хәтерем бөттө.
– Мин һеҙгә элек ҡунаҡҡа килгәнем булды. Саша алып ҡайтҡайны. Бер осор хатта һеҙҙә йәшәп тә алдым. Тик... Һеҙ мине... башым-тояғым менән апайыма һаттығыҙ. Ул мине эҙләп килеп алды ла сабыйыбыҙҙан арындырҙы.
– Ыстағафирулла, тәүбә! Иҫләмәйемсе мин! Бер ҡыҙыҡай булды ул. Уның йөклө булыу ихтималлығы башыма ла инеп сыҡмағансы, вәт иҫәр!
– Ә тоҙло ҡыярҙы һеҙ ебәргәйнегеҙме ул миңә?
– Саша, бәлки, өйҙән алып сыҡһа, сыҡҡандыр... Минән тигәндер. Ҡыяр тоҙлай инем инде мин. Әле лә келәт тулы тоҙло ҡыяр. Дөрөҫөн әйткәндә, иҫләмәйем шул, балаҡай! Ғәфү ит мине, йәме!
Еңел генә итеп аралашып алып киттеләр шулай.
Саша оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмағас, Фәһимәне Кристина дер һелкетте:
– Ниңә һеҙ командирҙарына, часына шылтыратмайһығыҙ? Хеҙмәттәштәренә яҙмайһығыҙ? Төшөгөҙгә лә инмәйме ни Саша? Юҡ? Бына бөгөн ул минең төшөмә инде. Ул ярҙам һорай. Ул, бәлки, был донъяла юҡтыр ҙа... Минең төшөмә ул шулайыраҡ инде. Ғәфү итегеҙ мине... – йәш ҡатын мышҡылдап илай ине.
Фәһимәгә Кристина юҡҡа ярһый кеүек тойола. Тыныслыҡ һаҡларға тырыша ул. Ваҡыты еткәс, сығыр бәйләнешкә. “Хәрби заданиеға ебәрәләр”, – тине бит. Ә ниңә мотлаҡ үлергә тейеш уның улы? Йәшәргә, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә ынтылышы уянған мәлдә генә юҡҡа сыға алмаҫ ул. Иҫән ҡалырға, ауырлыҡтарҙы үтеп, һау-сәләмәт ҡайтырға тырышырға тейеш. Нимә һөйләй был бала? Ауыҙынан ел алһын!
Шулай ҙа тыныслығын юғалтты Фәһимә. Эштә балаларҙы йоҡлатҡан арала, кистәрен, күҙенә һис йоҡо эленмәгән төндәрҙә улын эҙләүе хаҡында хәбәр итте. “Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам” тигәнгә ышанмай, бурҙар тоҙағына эләкте. Бурысҡа инеп, буйтым аҡса күсерҙе. Сығып китер аҡса булғандыр тип, уныһына ла күнде. Улының ҡайғыһы бөтә башҡа төшөнсәнән ҙурыраҡ ине.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, рәсми хәбәр иң тәүҙә Кристинаға килгән булып сыға. Шул да аптырата әсәне. Саша, тимәк, ул-был була ҡалһа, иң тәүҙә Кристинаға хәбәр итегеҙ, тип уның телефонын яҙып ҡалдырған булып сыға. “Ваш гражданский муж героически погиб” тип шылтыратҡас, Кристина ла аптырауға ҡала: ниңә ата-әсәһенә түгел, уға шылтыраталар? Ни өсөн әсәһе бер ни белмәй ултыра? Саша мөмкинлек булған һайын, Кристинаға шылтыратырға ашығыр ине. Бөтә фотолар, видеоларҙы уға юлланы. Фәһимәгә килеп эләккәндәре лә Кристина аша ебәрелгән.
“Ниңә”ләргә тоғро яуап алыр өсөн, уның үҙен терелтеп, торғоҙоп ултыртып ҡына булмаҫ шул. Үлгән. Шәһит киткән. Батырҙарса һәләк булған. Был һүҙҙәрҙе Фәһимәнең аңы ҡабул итмәй. Шул төрмәһендә генә ултырып мөҙҙәтен тултырып ҡайтһа нимә була инде? “Барма!” тинем, китте. Тыңламаны бит. Ғүмере буйы ул ҡарышҡыр, арҡыры булды инде.
Кристинаға хәтлем: “Һеҙ уға йылылыҡ бирмәгәнһегеҙ, Саша ғүмере буйы һеҙҙең мөхәббәткә тилмереп йәшәне”, – тисе. Яуға инер алдынан туғандары: “Атайың менән әсәйеңде уйла, Саша!” – тигәнгә, “Улар менән барыһы ла һәйбәт, бына үҙемде нисек ҡотҡарырға уйларға кәрәк!” – тип яуап биргәйне. Ул өмөтләнгән. Ярлыҡанырына. Йәненең ҡотҡарылырына. Һәйбәт кеше булырға ынтылған ул.
Сашаны беренсенән дүртенсе класҡа тиклем уҡытҡан Алевтина Федоровна ла шылтыратты. Класташтары йыйылышып, улын һуңғы юлға оҙатырға килергә йыйына икән. Игорь Вюшин тигән һабаҡташы: “Саша иң яҡын дуҫым булды”, – тип хәлдәрен белешеп сыҡты. Өс дуҫ – ике Саша, Игорь ҡосаҡлашып төшкән фотоны сығарып өҫтәлгә һалды әсә. Артында улының тигеҙ хәрефтәр менән теҙелгән яҙыуын: “Мин һеҙҙе онотмам. Ә һеҙ?” тигәнен күреп, үкһеп илап ебәрҙе.
Улының социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге 26 йәше тулыуға ҡарата яҙмаһын эҙләп тапты: “Бөгөн – тыуған көнөм. 26 йәшем тулды. Байрам да кеүек, тик күңелдә – бушлыҡ. Нәфрәт. Асыу. Ә йөҙөмдә – йәш. Иң мөһиме – шуны әйткем килә: “Әсәкәйем, ҙур рәхмәт һиңә, мине, баш балаңды, ғәфү ит. Әгәр үҙеңдә шул көстө таба алһаң, кисер мине, зинһар өсөн. Мин йәнә һындым, әсәй, әсәйем, әсәкәйем, миңә ғүмер биргән өсөн рәхмәт һиңә. Һинең алда сикһеҙ бурыслымын һәм ғәйеплемен...”
– Һин дә ғәфү ит мине, балам. Яратып еткерә алмағанға. Йылылығымды биреп еткермәгәнгә. Тормошобоҙҙа булыуың өсөн рәхмәт. Атайың да ныҡ ҡайғыра һинең өсөн. Ана, сәстәре ап-аҡ булды. Йөрөгән ерендә абына бит. Күҙ йәштәре юлын томалай. Бирештек. Икебеҙ ҙә...
Бер нәмә өсөн ғүмер буйына түләйһең. Йә алдан, йә сығыр ваҡытта. Бер нәмә лә бушҡа түгел һәм буш түгел. Саша өсөн Хөкүмәт аҡса бирә бит ул, тип йыуата ҡайһы берәүҙәр. Ярай, был аҡсаларҙы алдан үҙе тотоноп бөткән икән, был уның ата-әсәһе алдында ғәйебен юйыуы тип ҡабул ителһен, ти.
Фәһимә уны ғәфү итә. Күңелендә һаҡланып ҡалған бар хәтирәләрҙе аҫтын-өҫкә килтереп, улының яҡты хәтерен баҙлата: уның улы – ҡаһарман. Тыуған илен, әсәһен, туғандарын һаҡларға тип китеп шәһит булған. Ул үҙенең яҡты киләсәгенә, мөхәббәтенә ышанған. Ошо инанысы уны ҡаһармандар рәтенә баҫтырған. Һуңғы һулышын алғанда ла уның ошо инанысы күңелен йылытҡандыр. Улының “Атай, әсәй, яҙын оҙаҡ көтөлгән Еңеү килер! Беҙ мотлаҡ еңеп ҡайтырбыҙ! Шуға ышанығыҙ! Беҙгә ышанығыҙ!” – тигән һүҙҙәре Фәһимәнең күңел күген балҡыта.
Балаҡайым, фотоларҙан
Һурып алырҙай булам.
Уйланып ултырыуҙарҙан
Бер хыялыйҙай булам.
Ҡасан күрәм, балаҡайым,
Үле кәүҙәкәйеңде?
Танырмынмы йөҙгөнәңде,
Йомолған күҙҙәреңде?!
Тамсы ла күҙенә йоҡо эленмәгән саҡта күңеленә килгән юлдарҙы теҙә Фәһимә. Тормош – һынау. Әгәр был бала уға һынамаҡҡа бирелгән икән, уны юғалтыуға ла түҙер. Әле – ауыр. Цинк табутта ҡайтып килгән ғәзизен ҡаршы алыу, уны һуңғы юлға оҙатыу көтә уларҙы...
2025 йыл, февраль.