Илһөйә Бәҙретдинова "игеҙәктәре" менән осрашҡан

Йырсыны таныйһығыҙмы?

Илһөйә Бәҙретдинова "игеҙәктәре" менән осрашҡанИлһөйә Бәҙретдинова "игеҙәктәре" менән осрашҡан
Илһөйә Бәҙретдинова "игеҙәктәре" менән осрашҡан

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “игеҙәген” эҙләүе, яңы миҙгел өсөн клип төшөрөү теләге тураһында хәбәр иткән ине.

“Игеҙәк”тәр йырсы менән осрашыуға килгән. “Бында бер Илһөйә менән ни эшләргә белмәйһең? Был ҡәҙәр Илһөйә менән ни эшләмәк кәрәк?”- тип яҙа “ИБ бандаһы” төркөмөнөң концерт директоры Гүзәл Карамиева.

Йырсы ҡыҙҙарға килгән өсөн, ә ҡыҙҙар саҡырған өсөн рәхмәт белдерә.

“Мин ниндәй матур икән”, -ти Илһөйә, ҡыҙҙарҙа үҙен күреп.

Сығанаҡ һәм фото: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас