Низам Ҡәриптең тыуыуына – 120 йыл

Очерк, хикәйә, пьесалары менән башҡорт әҙәбиәтенә һиҙелерлек өлөш индерә

Низам Ҡәриптең тыуыуына – 120 йылНизам Ҡәриптең тыуыуына – 120 йыл
Низам Ҡәриптең тыуыуына – 120 йыл

Бөгөн – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл. Әҙиптең хеҙмәт биографияһы “Башҡортостан” гәзите менән дә бәйле: 1935–1939 йылдарҙа ул редакцияның партия бүлеге мөдире булып эшләй.  

Низам Ҡәрип улы Ҡәрипов 1905 йылдың 25 июлендә хәҙерге Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған. Башланғыс белемде шунда ала. Тиҙҙән уны комсомол ячейкаһы секретары итеп һайлайҙар. ВЛКСМ-дың Мәсәғүт канткомы янындағы курсты тамамлағандан һуң, Низам Ҡәрипов Мәсетле волость комитеты аппаратына эшкә алына, ә инде 1925 йылда уның секретары итеп һайлана.  

1929 йылда Низам Ҡәрипов Ҡазанға рабфакка уҡырға китә. Аҙаҡ Татарстан коммунистик университетының журналистика бүлегендә уҡый, ләкин уҡыу йортон тамамларға тура килмәй. III курсынан уҡ Башҡортостандың Ейәнсура МТС-ына политбүлек начальнигы итеп ебәрелә. Шунда уҡ ул район гәзите мөхәррире вазифаһын да үтәй. Унан һуң у саҡтағы Маҡар районы гәзите мөхәррире була.  

1935 йылда Низам Ҡәрипов “Башҡортостан” гәзитенең партия бүлеге мөдире итеп күсерелә.  

1939 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе секретары (хәҙерге идара рәйесе) итеп һайлана һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем шул вазифала эшләй. Бер үк ваҡытта 1941 йылда “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире була.  

Һуғыш башланған йылда фронтҡа китеп, Сталинград өсөн барған дәһшәтле алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда батальон политругы Низам Ҡәрипов батырҙарса һәләк була.  

Низам Ҡәрип башҡорт әҙәбиәтенә очерктар, хикәйәләр һәм драматургик әҫәрҙәре менән һиҙелерлек өлөш индерә. Уйың айырыуса «Сәлим ҡарт», «Алма», «Һалдаттар ҡайтҡас», «Алмашсылар» кеүек пьесалары популярлыҡ яулай. Шулай уҡ балалар өсөн яҙылған «Ғәни менән Ғәли», «Ҡуяндар» пьесалары, «Күгәрсендәр» һәм башҡа хикәйәләре уҡыусыларға яҡшы таныш. Тыуған яғында әҙиптең иҫтәлеге мәңгеләштерелгән: тыуған ауылындағы бер урамға исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған.

Әйткәндәй, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейында Низам Ҡәрип иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Ватан өсөн изге яуҙа ҡорбан булған яҙыусының ижады, тормош юлы менән танышырға теләгәндәр уны барып күрә ала. Экспозиция тағы ла бер фронтовик-яҙыусы – Хәниф Кәримдең тормош һәм ижад юлын байҡай. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас