

Бөгөн тағы бер Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры – Хәниф Кәримдең тыуыуына 115 йыл тулды.
Хәниф Кәрим улы Кәримов 1910 йылдың 25 июлендә хәҙерге Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1929 йылда шунда урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө ҡалаһына юллана. Унда “Йәш коммунар” (“Ленинсы”, “Йәшлек”) гәзитендә яуаплы секретарь булып эшкә урынлаша. 1932–1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия иниститутында уҡый. 1937 йылдан “Октябрь”(“Ағиҙел”) журналында мөхәррир була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә.
1946–1958 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары, 1959-сыла рәйес урынбаҫары вазифаһында эшләй.
1983 йылда Өфө ҡалаһында донъя ҡуя.
Хәниф Кәримдең “Һаҡсы йыры” исемле тәүге китабы 1934 йылда баҫылып сыға. Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Мөхәббәткә үлем юҡ”, “Һуғыш юлдары” китаптары авторы. “Тауға үрләгәндә, “Имәндәр шаулағанда”, “Йәшлек илендә” һәм бүтән төрлө йыйынтыҡтарында халыҡтар дуҫлығы, яҡын кешеңә һәм тыуған ереңә һөйөүгә арналған әҫәрҙәре урын алған.
Хәниф Кәримдең шиғырҙары ҡырғыҙ, ҡытай, немец, поляк, украин, башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Ул М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин, Т.Г.Шевченко шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарған.
Хәниф Кәрим улы Кәримов – Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән, тыуған ауылындағы бер урамға уның исеме бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әйткәндәй, шағирҙың тормош юлы, ижады менән яҡындан танышырға теләгәндәр Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейында асылған күргәҙмәне барып ҡарай ала. Хәниф Кәрим менән бергә, был күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры Низам Ҡәрипкә лә арналған.
Хәниф КӘРИМ шиғырҙары
Беҙҙең ант
Тупрағымды тапап йөрөй
Ҡан эсеүсе оккупант.
«Был изге ер. Дошман өсөн – ҡәбер!» –
Шундай беҙҙең ант.
Был ант ысынға сыҡһын өсөн,
Яраларҙан ҡан тама,
Был ант ысынға сыҡһын өсөн,
Беҙҙең ҡулда автомат.
Был ант ысынға сыҡһын өсөн,
Дошман ДОТ-ын аҡтара
Беҙҙең снаряд. Самолеттар
Алып килә тантана.
Антын байраҡ итеп тотҡан
Талыуҙы белмәҫ ғәскәр,
Илде таҙарта дошмандан
Үлеүҙе белмәҫ йәштәр.
Был ант халҡым кеүек тере,
Ҡаты ҡорос шикелле.
Алып бара ут-һыу аша,
һуғышып ала еңеүҙе.
Геркулестай улдарынан
Шөһрәт һәм дан көтә ил.
Был ант тормош булһын өсөн,
Фронтҡа баҫты бөтә ил.
Онотма, дуҫ: еребеҙҙе
Тапай әле оккупант.
«Был изге ер. Дошман өсөн – ҡәбер!» –
Шундай беҙҙең ант.
IV. 1942, Калинин фронты.
* * *
Һәр һулышым һиңә
Кем һуң минең тоҡомомда йырсы булған?
Ә мин, дуҫтар, ҡәләм алдым дәртле ҡулға.
Һуң ни өсөн? Байлыҡ, шөһрәт кәрәккәме?
Ләззәт эҙләп туя белмәҫ йөрәккәме?
Нимә уйлап көнөм төнгә ҡалдырам мин?
Йөрәгемде аҡтыҡ шәмдәй яндырам мин?
Хистәремде иң тәрәндән һөҙөп алам,
Ҡорос кеүек ҡойоп шиғри юлға һалам... –
Һуң ни өсөн? Байлыҡ, шөһрәт кәрәккәме?
Ләззәт эҙләп туя белмәҫ йөрәккәме?..
Юҡ! Шөһрәттең кәрәге юҡ, булһа ялған,
Кем һуң унан ерҙә алтын һарай һалған?
Ниңә бары ләззәт өсөн яҙыу йырҙар? –
Уйым яҡты, ҡулым сабыр, ваҡытым тар...
Миңә ҡәләм бүләк итте изге теләк:
– Бул һин, – тине, – илгә һәм халҡыңа терәк!
Йырла,— тине,— һулымаҫ йылдарҙың күкрәүен,
Яу ҡырында ауыр туптар гөрһөлдәүен.
Ил күгендә яңғырауын шат моңдарҙың,
Йырлап бир һин йөрәк серен миллиондарҙың...
Шул уҡ теләк күҙ, ҡолағым итте зирәк,
Ҡулдарымды – сыҙамлыраҡ һәм көслөрәк.
Шуның өсөн ярһып-ярһып йырҙар яҙам,
Гөрләп торған шиғри утта көн-төн янам...
Мин үтәнем намыҫ менән биргән антым,
Һәр һулышым һиңә – илем, һөйгән халҡым!
1946.
(Шиғырҙар: “Хәниф Кәрим. Шиғырҙар, поэмалар. Башҡортостан “Китап” нәшриәте, Өфө, 1980” йыйынтығынан алынды).