“Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, бер аҙ малайҙарса холоҡло булдым...”

Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн 55 йәшлек юбилейын билдәләгән яратҡан артисыбыҙ тормошо, ижады, ғаиләһенә ҡағылышлы һорауҙарыбыҙға ихлас яуаптар бирҙе.   

“Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, бер аҙ малайҙарса холоҡло булдым...”“Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, бер аҙ малайҙарса холоҡло булдым...”
“Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, бер аҙ малайҙарса холоҡло булдым...”

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Алһыу Бәхтиева күркәм ғүмер байрамын – 55 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан уның менән биш йыл элек – артистың 50 йәше уңайынан ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.  Яратҡан артисыбыҙҙы юбилейы менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, ижади балҡыштар һәм ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Уны күптәр моңло тауышлы йырсы, үҙенсәлекле образдар тыуҙырған танылған актриса булараҡ белә, хөрмәт итә, ярата. “Һайрай ҙа һайрай һандуғас, үҙәкте өҙә инде”, – тип моңланған йырсының үҙен дә һандуғасҡа тиңләүселәр бихисап. Эйе, һүҙебеҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева тураһында. Сәхнәлә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырған, йырҙары менән халыҡ күңеленә үтеп ингән Алһыу тормошта иҫ киткес ябайлығы, ихласлығы, алсаҡлығы менән һоҡландыра ла, бер аҙ ғәжәпләндерә лә.

Алһыу Бәхтиева йәмле йәйҙең йомарт июлендә Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында донъяға килгән. Ауылдың абруйлы уҡытыусылары – Рәйсә Мөғәз ҡыҙы һәм Исмәғил Абдулла улы Бәхтиевтәрҙең ҙур, татыу ғаиләһендә һөйөү-наҙға сорналып буй еткерә ул.

– Тәүге һорау ғәҙәттәгесә: тыуып үҫкән мөхит, һине бөгөнгө Алһыу Бәхтиева итеп тәрбиәләгән ғәзиз кешеләрең, йыр сәнғәтенә илткән инешең хаҡында...

– Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек, мин – алтынсыһы. Мин тыуғанда әсәйем 40 йәшкә яҡынлаған булған. Ҡыҙ һөйөргә теләгән һәм шулай итеп, миңә, унан инде ҡустыма ғүмер бүләк иткән. “Тәүҙә олоғайып бала табыуыма бер аҙ уңайһыҙлана торғайным, һуңынан ныҡ ҡыуандым”, – тип һөйләгәне хәтерҙә. Әсәйемә ярҙамсы ла, әхирәт тә булып буй еткерҙем, унан бер тотам ҡалмай, ҡайҙа барһа ла, эйәреп йөрөй торғайным. Икәүләп йәй буйы еләк, бөрлөгән, ҡарағат йыябыҙ. Әсәйем емеш йыйыуға ныҡ шәп булды. Ауылыбыҙ янындағы һәр урын, тау-таш, урман, йылға-шишмәләр тураһында һөйләп, мине ер-һыу атамалары тарихы менән таныштырып йөрөр ине.

Атай-әсәйем оҫта ҡуллы булды. Атайым мәктәптә малайҙарға хеҙмәт дәресен алып барҙы. Өйҙә лә йорт өсөн кәрәкле ваҡ-төйәк йыһазды үҙ ҡулы менән эшләп ҡуя торғайны. Балалар тыуһа – сәңгелдәк, үҫә төшһәләр, ултырғыс эшләп бирә. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға ҡупшы һандыҡтар яһаны. Ә әсәйем, ҡул эшенә оҫта булараҡ, уларға ҡорама, йөн юрғандар, ултырғыс япмалары эшләр, шаршау кеүек әйберҙәр тегеп бирер ине.

Йыр-моңға маһир булдылар: атайым – скрипкала, әсәйем мандолинала уйнаны, икеһе лә матур йырланы. Мәктәптә, ауылда үткән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап, спектакль-концерттар ҡуйып йөрөүҙәре әле лә күҙ алдымда, шуға күрә сәнғәт донъяһына илткән инеш тап шул атайым һәм әсәйем өлгөһөндә, тыуып үҫкән ғаиләмдә һалынған булып сыға инде.

– Олораҡ быуын ауылдаш апайҙар һинең бала сағыңды бик ҡыҙыҡ итеп һөйләгәнен ишетергә тура килгәне бар...

– Эйе, бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, бер аҙ малайҙарса холоҡло булдым. Ул апайҙар минең үҙемә лә һөйләгәне бар. “Һеҙҙең тирәне урабыраҡ үтергә тырыша торғайныҡ, сөнки кемделер күреү менән, Алһыу ҡапҡа башына менеп, төртмә таҡмаҡ әйтә башлай ине”, – тип көлөп иҫкә алалар. Таҡмаҡ-йырҙарҙы тиҙ генә отоп ала инем.

– Һине моңло тауышлы йырсы ла, талантлы актриса ла тип беләбеҙ. Ә шулай ҙа театр менән йыр сәнғәтенең ҡайһыһы күңелеңә яҡыныраҡ?

– Әлбиттә, йыр сәнғәте менән театр – икеһе ике төрлө өлкә, айырым донъя, әммә улар бер-береһен тулыландырып, байытып та йәшәй ала. Мәҫәлән, спектаклдәрҙә йырлы ролдәр ҙә була. Шул саҡта актерҙың йырға һәләте – режиссер өсөн дә, театр өсөн дә үҙе бер табыш, ярҙам тиергә мөмкин.

Элегерәк ауылдарға артистар килһә, улар үҙҙәре йырлай, үҙҙәре үк берәй музыка ҡоралында – скрипкала, баянда йә мандолинала уйнай торғайны. Ә хәҙер беҙ театр артистарын тик сәхнәлә уйнаған актер, һүҙ сәнғәте оҫтаһы ғына тип күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Ә үҙемә килгәндә, был өлкәләрҙең икеһе лә берҙәй яҡын. Ғөмүмән, артист кеше тағы ла ниндәйҙер һөнәр эйәһе лә булырға тейештер, тип уйлайым, шуға күрә театр актерҙарының йырлауы, бейеүе, ниндәйҙер музыка ҡоралдарында уйнауы беҙҙә хуплана ғына.

– Күптәр һинең ябайлығыңа аптырап ҡарай. “Йондоҙ булып та, йондоҙ сире менән ауырымаған Алһыу инде ул!” – тигәйне бер таныш. Был ябайлыҡ, уны шул килеш һаҡлау ҡайҙан килә? Туҡта әле, мин бит Алһыу Бәхтиева, тип уйлағаның юҡмы?

– Ул хаҡта бөтөнләй уйлағаным юҡ. Киреһенсә, урамға сыҡһам, танымаһалар ярар ине, тип тырышам, шуға күрә артыҡ биҙәнмәйем, сағыу кейенмәйем.

Күптән түгел Ағиҙел буйына пляжға барҙыҡ. Эргәбеҙҙә ял иткән ир менән ҡатын: “Һеҙ Алһыу Бәхтиева ла инде, эйеме?” – тип өндәште. “Эй, Аллам, мине гел шулай һеңлем менән бутайҙар. Шул тиклем оҡшағанбыҙмы икән?” – тип үҙем менән бергә барған таныштарыма өндәшкән булдым. Үҙемде танытмаҫҡа тырышам, сөнки кешеләрҙе күҙәтергә, уларҙан нимәгә булһа ла өйрәнергә яратам. Был артист халҡына хас сифаттыр, тип уйлайым. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә, аралашыуына, ҡылыҡ-фиғеленә ҡарап, сәхнәләге ролдәрең өсөн күп һабаҡ алырға була.

Магазинда йә берәй йәмәғәт урынында артисты танып ҡалһалар, мотлаҡ ҡыҙыҡһына башлайҙар: нимә кейгән, нимә һатып алыр икән һәм башҡалар. Ә мин асыҡ, ихлас кеше булһам да, үҙ биләмәмә артыҡ инеүҙәрен яратмайым, шуға күрә социаль селтәрҙәрҙә лә ғаиләмә, балаларыма ҡағылышлы яңылыҡтар, төрлө фотолар һалып бармайым.

Мин – бөтәһе кеүек үк ябай кеше. Театр, сәхнә, йыр сәнғәте – ул минең эшем. Уҡытыусы балалар уҡыта, һатыусы үҙ тауарын һата, шуның шикелле мин дә йырлайым, сәхнәлә уйнайым. Үҙ һөнәремде ихлас яратып, күңелемде биреп башҡарам.

– Балаларың хаҡында ла кәлимә һүҙ. Азаматты үҫтергән Алһыу Фатима һәм Зәйнәптең әсәһе Алһыуҙан айырыламы? Ҡыҙҙарыңда йыр-моңға һәләт һиҙеләме?

– Атай-әсәйҙең бәхете – тормошта үҙ юлын тапҡан, ысын кеше булып үҫкән балаларында. Аллаға шөкөр, ҡошсоҡтарым тырыштар, һау-сәләмәттәр, тормошомдоң йәме, мәғәнәһе булып үҫеп киләләр. Һәләттәренә килгәндә, балаларҙың шөғөлдәре үҙгәреп кенә тора бит инде ул: әле рәсем төшөрөү менән мауығалар, йә йырға, йә бейеүгә тартылалар, тигәндәй. Бәләкәй ҡыҙым йырҙарҙы бик тиҙ отоп ала, йырларға ярата, әммә шул юлдан китер, тип әйтергә иртәрәк, тип уйлайым.

Фатима ҡыҙым менән мәктәп программаһын өр-яңынан өйрәнәм. Хәҙер бит тормош шул тиклем тиҙ үҙгәрә, мәктәптәге мөхит тә, уҡыу ҙа бөтөнләй икенсе. Мин улар менән бергә үҫәм, күп нимәләрҙе белмәгәнлегемде белеп аптырайым. Мәҫәлән, “фиолетовый” төҫтөң шәмәхә булыуын быйыл ғына белдем (көлә).

– Интернет селтәрендә:

“Донъяң шулай булһын: гел түңәрәк,

Әйҙә ҡыуан, шатлан һин бөгөн!

Араларҙан ел дә үтә алмаҫ,

Әгәр булһаҡ икәү бер бөтөн!” – тип ихлас шиғри һүҙҙәр менән ҡотлаған Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов кем ул?

– Бәхти ағай Ғайсин менән Фәриҙә апай Ҡудашеванан бер мәл: “Һеҙ бергә тораһығыҙмы ул?” – тип һорағандар. Бәхти ағай: “Юҡ, Фәриҙә апайығыҙ – сәғәт һигеҙҙә, мин туғыҙҙа торам”, – тип яуап биргән. Шуның шикелле беҙ Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов менән бергә торабыҙ (көлә). Ул – минең тормош иптәшем. Мөхәмәтйәр ҙә ижади шәхес, бик матур шиғырҙар, йырҙар авторы, репертуарымда уның ижад емештәре лә бихисап.

– Күптәр һине шаян, шуҡ кеше тип белә. Әртис тормошонан ҡыҙыҡлы хәл...

– Туғандарым, дуҫтарым барыһы ла белеп бөткән: беҙ, артистар, шәмбе-йәкшәмбелә эшләп, дүшәмбе көнө ял итәбеҙ. Элегерәк, әле ҡыҙҙарым тыумаған саҡта, ул көндө йоҡом туйғансы йоҡлап, ял итеп, көс йыйып ала торғайным. Ғәҙәттә, төшкө 12-ләргә тиклем бер кем дә шылтыратмай – был ҡағиҙәне барыһы ла белеп бөткән.

Йәкшәмбелә “Ҡоҙаса” спектаклен уйнаныҡ. Әйткәндәй, быйыл уны сәхнәгә сығарыуыбыҙға 15 йыл була инде. Дүшәмбе таң һарыһынан кемдер шылтырата башланы. Бер туҡтауһыҙ шылтыратҡас, махсус рәүештә алмайым әле, тип кире йоҡлап киттем. Юҡ, туҡтамай бит теге шылтыратыу. Сәғәт 11-ҙәр тирәһендә тороп, телефонды алдым. “Алло... Был Флүрә апайың Ноғоманова”, – ти. Аптыраным, шул тиклем оялдым, берәй нимә булдымы икән, тип ҡурҡып киттем.

“Бына кисә “Ҡоҙаса”ны ҡарап ҡайттыҡ. Спектаклдә лар эсенә һикерәһең бит, бына шуны күреп, ағайың шул тиклем борсолдо. “Алһыуҙың телефонын табып шылтырат әле, үлеп ятманымы икән?” тип таңғы биштән йонсота. Уңайһыҙланып ете тулғанын көтөп, шылтырата башланым. Ярай, имен булғасһың – булды. Маладис, матур уйнаның!” – тип телефонды һалып ҡуйҙы. Бына шундай хәлдәр ҙә була әртистәр тормошонда.

– Үҙеңде ғүмерҙең алтын үренә еткән кеше итеп тояһыңмы?

– Әсәйем, күп балалы ҡатын-ҡыҙ булараҡ, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡты. 1 сентябрь еткәйне, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп мәктәпкә юлланған балаларҙы ҡарай, үҙе илай. Был әсәйем ниңә илай, рәхәтләнеп өйҙә ултырып, ял итергә теләмәйме икән ни, тип аптырайым. 33 йыл эшләгән, инде олоғайған, шул мәктәптән киткәненә ҡыуанырға тейеш тә инде, тип уйлайым. Октябрь айында әсәйемде яңынан эшкә саҡыртып алдылар. Дәртләнеп, ҡыуанып тағы бер нисә йыл эшләп, күңеле булып хаҡлы ялға сыҡты.

Хәҙер үҙем шул йәшкә аяҡ баҫҡас, әсәйем мәрхүмәнең ул саҡтағы хәлен ныҡ аңлайым. Әле минең тәжрибә туплаған, янып-дәртләнеп эшләр сағым. Балаларым бәләкәй булғанғамы икән, үҙемде һис тә 50 йәшлек итеп тоймайым. Һәр ваҡыт хәрәкәттәмен, улар менән йәшәрәм, үҙем өсөн донъяның яңы серҙәрен асам. Йәшәр, эшләр өсөн дәрт тә, дарман да етерлек, Хоҙай Тәғәлә һаулыҡтан айырмаһын!

– Амин, шулай булһын! Һине яратҡан, хөрмәт иткән ауылдаштарың, яҡташтарың, барлыҡ тамашасыларың исеменән иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул ит!

2020 йылдың июлендә ойошторолған әңгәмә.

Фото: Алһыу Бөхтиеваның шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас