Әлиә Ҡарасурина- Төхвәтуллина шатлығы менән уртаҡлаша

Яҡташыбыҙға юғары исем биргәндәр.

Әлиә Ҡарасурина- Төхвәтуллина шатлығы менән уртаҡлашаӘлиә Ҡарасурина- Төхвәтуллина шатлығы менән уртаҡлаша
Әлиә Ҡарасурина- Төхвәтуллина шатлығы менән уртаҡлаша

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсыларҙың береһе, яҡташыбыҙ Әлиә Ҡарасурина-Төхвәтуллина үҙенең оло шатлығы менән бүлешә. Ул - Татарстандың атҡаҙанған артисы! 

"Был хәбәрҙе ишеткәс, әлбиттә, бик ҡыуандым, сөнки әлеге исем тәжрибәле артистарға ғына бирелә. Һөйөндөм һәм ҙур рәхмәтлемен!"- тигән Әлиә.

Беҙ ҙә яҡташыбыҙҙы оло шатлығы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә дәрәжәле бик күп исемдәргә лайыҡ булыуын теләйбеҙ!

Фото: телеграм



Автор:Карима Усманова
Читайте нас