

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үҙенең шәхси концертында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин сәхнәлә һөйгәне - бейеүсе ҡыҙ Сабина Дадашоваға тәҡдим яһағаны. Һәм ошо көндәрҙә йәштәрҙең Никах туйы булған. Был хаҡта Күгиҙел ауыл клубы төркөмөндә хәбәр ителә.
"Ауылыбыҙҙың иң шәп йырсыһы, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе, ауыл данын күтәреүсе Алмас Сирусин һәм Өфө һылыуы Сабина Дадашованың Никах туйҙары үтте.
Был һеҙҙең иң бәхетле, иң иҫтәлекле көнөгөҙ! Бына инде һеҙ, тормош юлығыҙҙы ҡулға-ҡул тотоношоп бергә башлайһығыҙ. Бер-берегеҙҙе аңлап, бер-берегеҙгә ихтирамлы булып, ауырлыҡтарҙы еңеп, шатлыҡтарығыҙҙы икеләтә арттырығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, яҡындарығыҙ һеҙгә ҡарап һөйөнһөн, һоҡланһын. Ғаилә ныҡлығы үҙ-ара килешеп, бер-береңде ҡәҙерләп, һайлап алған икенсе яртыңдың тормошо менән йәшәү һәм бөгөнгө көндөң йылы мөнәсәбәт осҡонон һүндермәй һаҡлауҙан тора. Ир кеше ғаилә усағы булдырырға тейеш булған кеүек, ҡатын да уны һүндермәҫкә үҙендә көс табырға тейеш.
Һау, оҙон, бәхетле ғүмерҙәр насип итһен һеҙгә, Хоҙай! Бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле уҙһын!
Никахығыҙ ҡотло булһын, йәштәр!" - тип яҙалар төркөмдә.
Беҙ ҙә йәштәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәр еткерәбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Күгиҙел ауыл клубы" төркөмөнән.