“Ел моңо” саҡыра

7-9 августа Торатау янында йыр-моң һөйөүселәр “Ел моңо” музыка һәм бейеү фестиваленә йыйыла.

“Ел моңо” саҡыра“Ел моңо” саҡыра
“Ел моңо” саҡыра

7-9 августа Торатау янында йыр-моң һөйөүселәр сираттағы “Ел моңо” музыка һәм бейеү фестиваленә йыйыла. Ул Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булырҙай. Асыҡ һауалағы йәйге байрам йәш музыканттарҙы, ҡурайҙа уйнауҙың халыҡсан үҙенсәлектәрен тәрән белгән тәжрибәле ҡурайсыларҙы, шулай уҡ милли көйҙәрҙе яратыусыларҙы берләштерә. Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм илдең башҡа төбәктәренән ҡатнашыусылар көтөлә.

“Башҡортостан” ДТРК-һының “Рәсәй” медиаүҙәгендә ошо айҡанлы матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда фестивалде үткәреү идеяһы авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев, Бшулай уҡ танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов һәм фестивалдең ойоштороусыһы, концерт директоры Регина Ағилова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Фестиваль тәүге тапҡыр быйыл февраль башында үткәрелде. Ул Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ музыкаһының, милли уйын ҡоралдарының мәҙәни һәм милләт-ара төрлөлөлөгөн күрһәтте. Халыҡ ижадын, сәнғәтен хөрмәт иткәндәр өсөн иһә ул ысын бүләккә әйләнде. Өс көнлөк фестивалдең гала-коцертында идея авторы – билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев “Ел моңо”н йолаға әүерелдереү һәм киләһе музыкаль йыйынды йәй көнө үк ойоштороу уйы тураһында әйткәйне. Һәм бына ярты йыл үтеүгә, хыял ысынбарлыҡҡа әйләнергә тейеш – Торатау янында быйыл “Ел моңо” уйнала. Бында инструменталь музыка һәм традицион, халыҡсан башҡарыуҙа йырҙар яңғырар, бейеү гөрләр.

Шәхестең үҙаңы формалашыуға туған моңдары ғәйәт шифалы тәьҫир итә. Үҙ рухиәтен яратҡан әҙәм балаһы башҡаларҙыҡына ла тәрән ихтирам менән ҡарай.

– Донъяла халыҡтар күп, уларҙың мәҙәниәте, теле – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Һәр телдең үҙ тауышы, үҙ яңғырашы бар. Иҫебеҙгә төшөрәйек әле: һәр халыҡтың үҙ традицион биҙәктәре, орнаменттары бар, ул да бит ниндәйҙер вибрацияға эйә. Милли музыка ҡоралдары бар – улар халыҡтың рухи байлығы билдәһе, ата-бабаларҙың быуаттар буйына туплаған аҡыл хазинаһы. Беҙҙең фестивалдә үҙендә боронғо халыҡ мәҙәниәтен йөрөткән, музыканы йәненә “һеңдереп”, ошо илаһи аһәңде башҡаларға еткереүсе булған музыканттарҙы берләштерергә теләйбеҙ. Беҙҙең бурыс - кешене музыка аша изгелеккә, яҡтылыҡҡа, ижадҡа, гармонияға көйләү, ҡан хәтерен уятып, рухи инешкә ҡайтарыу, – ти Роберт Юлдашев.

Музыка байрамының төп биҙәге – тәбиғи ҡурай. Ул тик Урал тауҙарында ғына үҫә. Үҙенә ел моңон, тәбиғәт һутын һеңдергән ысын башҡорт ҡурайында уйналған көйҙәр боронғолоҡ, ата-бабалар рухы саҡырыуы булып күңелдәргә уйылыр. Быларҙың барыһы хаҡында ла аҡһаҡал ҡурайсы Юлай ағай Ғәйнетдинов менән халҡы моңона бар йөрәге менән тоғро Роберт Юлдашев илһамланып бәйән итте.

Фестивалдең һәр көнө ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле була. Беренсе көн – тәбиғәт менән берләшеү көнө. ҡатнашыусылар урманға барып, үҙ ҡулдары менән ҡурай ҡамышын өҙөп ала ала. Кисен усаҡ эргәһендә аралашып ултырырға, тәжрибә менән уртаҡлашырға, ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ һабаҡтары алырға була. Был ябай ғәмә түгел, унда музыканттар уртаҡ тулҡынға көйләнеү күнекмәһен ала. Был оҫталыҡты 8 августан 9-ына ҡарай таңда һынап та ҡарайҙар: йыр-моң аша берләшеүселәр Торатау башына менеп, ҡояш ҡалҡҡанды ҡарап, тынысыҡ гимны уйнарға әҙерләнә.

Икенсе көн, 8 августа, “Киңлек музыкаһы” тигән программа көтә. Бында йәнле музыка ғына яңғырай: ҡурай, балалайка, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, перкуссия музыка ҡоралдары һәм тере тауыш. Башҡорттоң оҙон көйө, рус халыҡ йырҙары башҡарыла. Кискеһен дәртлеләр “Ритайым”ға йыйыла.

Йомғаҡлау көнө – 9 августа – тамашасылар музыка менән бейеүҙе берләштергән сағыу тамашаға шаһит була. Һәм, әлбиттә, Роберт Юлдашев етәкселек иткән “Ҡурайсы” этно-төркөмөнөң сығышы моң байрамының иң көтөлгән ваҡиғаһына әүерелә.

Ҡабатланмаҫ халыҡ моңдары донъяһына сәйәхәт итеү – бушлай. Палаткалар лагеры өсөн урын ҡаралған, үҙеңдеке менән килергә мөмкин. “Балаларығыҙ менән килегеҙ. Туған моңдарҙы тыңлаһындар, тойһондар, ул күңелдәренә уйылып ҡалыр”, – тип мөрәжәғәт итте Юлай Ишбулды улы милләттәштәргә.

Изге Торатауға, һүнмәҫ-һүрелмәҫ туған моңдар иленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Рәүилә Ғатауллина.

Һүрәттәрҙә:

Матбуғат конференцияһында фестиваль тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Автор фотоһы.

Ҡурай тамашаһынан күренештәр. Фото: ойоштороусыларҙан.

 

 

 

“Ел моңо” саҡыра
“Ел моңо” саҡыра
“Ел моңо” саҡыра
“Ел моңо” саҡыра
“Ел моңо” саҡыра
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас