Театр донъяһына бағалар

Республика халыҡ ижады үҙәге “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә яңы рубрика асты.

Театр донъяһына бағаларТеатр донъяһына бағалар
Театр донъяһына бағалар

Республика халыҡ ижады үҙәге “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә – https://vk.com/rcntufa – “Театр донъяһы – “Театраль Волга буйы” фестивале ҡатнашыусылары күҙлегенән” тигән яңы рубрика асты. Аҙна һайын РХИҮ фестивалдең төбәк этабы еңеүселәре хаҡында һөйләй.

Балалар театрҙы ниндәй итеп күрә? Улар үҙҙәренең роле тураһында нимә уйлай һәм улар өсөн театр нимә ул? Һеҙҙе аҙна һайын ошо һәм башҡа күп кенә темаға һөйләнгән тарихтар көтә. Театр ул сәхнә генә түгел, ә хис-тойғолар һәм илһамдан үрелгән тотош донъя бит.

Мәғлүмәт. Округ фестивале йыл һайын Волга буйы федераль округының (ПФО) бөтә 14 субъектындағы театр берләшмәләрен туплай. Проект 2019 йылдан алып РФ Президентының ПФО-лағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров инициативаһы буйынса үткәрелә.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас