Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Август 2025, 20:00

"Был балаң минеке түгел! Йәш саҡтағы егетең Таһирға оҡшап тора"

Атайым әсәйемдең юбилейында эсеп алып, бөтә ҡунаҡтар алдында йөҙөмдө йыртты. Шул саҡ...   

"Был балаң минеке түгел! Йәш саҡтағы егетең Таһирға оҡшап тора"
"Был балаң минеке түгел! Йәш саҡтағы егетең Таһирға оҡшап тора"

Ғаиләлә ике малай - ағайым менән мин үҫтек. Ләкин атайым миңә һәр ваҡыт башҡаса ҡараны, яратып бөтмәне, ситләтте. Әҙ генә ҡырын тейәп ҡайтһа, теле асыла ла: “Миңә оҡшамағанһың, минең балам түгел һин!” - тип битәрләй, өйҙән ҡыуа торғайны. Әллә нисә тапҡыр йортобоҙҙан сығып китеп, абҙар башында, мунсала йоҡлағаным булды. Һәр ваҡыт әсәйем эҙләп алып ҡайтты. Йорт-ихата тирәһендәге бөтә эште башҡарһам да, атайыма ярай алманым.

Ағайым минең һымаҡ аҡһыл түгел, атайыма оҡшап ҡарасман, йөҙгә һуйған да ҡаплаған. Шуға яҡшы кейем булһынмы, шәп велосипедмы, мотоциклмы – барыһы ла ағайыма эләкте. Мин күбеһенсә унан ҡалған кейемде кейеп үҫтем. Велосипедында ла үҙенән рөхсәт һорап ҡына йөрөп килә инем.

13 йәш тирәһендә атайымдың әсәйем менән әрләшкәнен ишетеп, былай ҙа бөрөшкән йөрәгем ҡара янды.

– Йәш саҡтағы һөйгәнең Таһирға оҡшап тора бәләкәсең. Кеше балаһын ҡарап үҫтергәнемә рәхмәт әйт. Төпсөк малай, тип өйгә өмөт итмәһен, йортто өлкәненә яҙҙырам. Нимәлер оҡшамай икән, икегеҙҙе лә ҡыуырмын да сығарырмын, - тип ярһый-ярһый ҡысҡырҙы атай әсәйемә.

– Нишләп сит кешенеке булһын инде, үҙеңдең балаңды рәнйетәһең бит. Йөҙгә минең атайыма оҡшап аҡһыл булған өсөн генә көн күрһәтмәйһең уға, – тип йәшенә быуылды әсәйем.

Әсәйем бик йомшаҡ күңелле кеше шул. Атайыма ҡаршы һүҙ әйтмәне. Ғүмер буйы баҫылып, өндәшмәй йәшәне.

Ағайым атайымдың үҙенә ҡарата мөнәсәбәтен белә ине. Шуға минән һәр ваҡыт үҙен өҫтөн тотто. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән атайым беҙ үҫкән йортто уның исеменә яҙҙырып та ҡуйҙы.

Ситтән ярҙам көтмәнем. Училищела водитель һөнәренә уҡып сыҡтым да, бер ойошмала эш башланым. Ауылға, тыуған йортҡа әсәйемде күрергә һирәк-мирәк кенә ҡайттым. Һуңғы тапҡыр уның юбилейында атайым эсеп алып, бөтә ҡунаҡтар алдында йәнә йөҙөмдө йыртты. Шул саҡ әйтелгән һүҙҙәр тыуған йортома юлды бөтөнләй һыуытты.

– Үҙемдең балам булмаһа ла, ҡарап үҫтерҙем инде. Ҡыуып сығарып булмай, – тине миңә ҡарап.

Әсәйемдең байрамын боҙмайым, тип бер нәмә лә өндәшмәнем. Ләкин күңелемдә атайыма ҡарата йылылыҡ бөтөнләй юғалды.    

Үҙемдең яртым – Сәлиәне осратҡас, туй үткәреүҙәренә лә өмөт итмәнем, барып яҙылыштыҡ та донъя көтөп алдыҡ та киттек. Ипотекаға фатир алып, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрҙек. Бәләкәсебеҙ Илдар тыуған йылда әсәйемдең 50 йәше тулды. Ейәнен күрһәтеү, ҡәҙерлемде ҡотлау сәбәбе менән отпуск алып, тыуған ауылыма ғаиләм менән юлландым. Тағы ла бер хыялым бар ине сәфәремдең: атайыма уның улы икәнемде дәлилләү.

Беҙҙең ҡайтыуыбыҙға иң ныҡ һөйөнгәне әсәйем булды. Ейәнен яратып туя алманы, килене менән дә уртаҡ телде тиҙ таптылар.

Бер көн атайымдың сәсен алғас, әҙерәген төрөп һалдым да, күптәнге ниәтемде тормошҡа ашырыу маҡсатында яҡындағы ҡалаға юлландым. Байрам өҫтәленә кәрәк-яраҡ, әсәйемә бүләк алыу уйым да бар ине. Ләкин иң төп маҡсатым – махсус клиникала ДНК тикшереүе уҙғарып, мин атайымдың улы тигән ҡағыҙҙы алыу.

Әсәйемдең юбилейын байрам иткән көн алдынан анализдың һөҙөмтәһе лә әҙер булды.

Һәр ваҡыттағыса, ике яҡлап күпләп туғандар килде. Атайым менән әсәйем табындың түрендә урын алды. Ағайымдан һуң ҡотлау һүҙе беҙгә бирелде. Шул тиклем дә сабыр, түҙемле әсәйемә йөрәгемдән урғылған барлыҡ йылы хистәремде әйттем. Ғүмер буйы хыялланған, ләкин атайымдан көтөп ала алмаған алтын алҡа бүләк иттем. “Минең тағы ла бер мөһим яңылығым бар әле”, тигәс, ҡунаҡтар шымып ҡалды. Шул ваҡыт кеҫәмдән теге ДНК һөҙөмтәләрен килтереп сығарҙым.

– Атайым, үҙенә оҡшамағанға, мине ғүмер буйы кеше балаһы һин тип кәмһетте, битәрләне. Бер ҡасан да унан атай йылылығы, терәк тойманым. Әсәйем дә ошо арҡала аҙ йәш түкмәне. Бөгөн ошо ваҡиғаға нөктә ҡуйылыр, тип уйлайым. Бына ДНК һөҙөмтәһе. Был, атай, минең һинең балаң булыуыңды раҫлаған документ. Ләкин уның миңә хәҙер бер кәрәге лә юҡ. Һинең терәгеңә лә, һөйөүеңә лә инде мохтаж түгелмен. Тағы ла бер дәлилде күрһәтмәксе булам. Ул – минең улым. Атайыма оҡшап, ул ҡарасман, ҡарашына тиклем оҡшап тора. Тәбиғәт үҙе лә ошо рәүешле минең тап һинең улың булыуын дәлилләне. Был ҡағыҙҙы, атай, ғүмер аҙағыңа тиклем үҙең менән һаҡла, – тип атайыма тотторҙом.

Ҡунаҡта эсеп алғас, беренсе тапҡыр атайым мине битәрләмәне. Киреһенсә, йәштәренә ирек биреп иланы, минән ғәфү үтенде. Икенсе көн район үҙәгенә сығып, ейәненә иҫ китмәле шәп велосипед тотоп ҡайтты. Һуң булһа ла, хатаһын аңланы. Миңә бирмәгән һөйөүен хәҙер ул ейәненә бирә.

 Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас