

"AY YOLA» төркөмө музыканттары “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында булып ҡайта.
Был урынды күрмәйенсә, Башҡортостан менән танышыу мөмкин түгел, тигән фекер белдерә улар.
"Музейға беренсе тапҡыр килдем. Был ғәжәп урын, бында "Урал батыр" эпосында һүрәтләнгән әйберҙәрҙе табырға мөмкин. Беренсе ҡатта мәмерйәнең 3D-моделе менән иҫ киткес экспонаттар", — ти төркөмдөң музыкаль продюсеры Руслан Шәйхетдинов (Руслан Север).
Улар үҙҙәре менән Өфө видеоблогеры Сергей Баклыковты ла алған. Видеоблогер Сергей үҙенең инглиз телле All of Russia / Baklykov. Live каналы өсөн мәмерйәгә һәм музейға визит төшөрә. Уның 95 мең яҙылыусыһы бар, ә роликтарҙың дөйөм ҡарауы 8 миллиондан ашыу.
"Рәсәйҙең 150 ҡалаһында булып, һеҙҙең музейығыҙ юғары кимәлдә тип әйтә алам. Барыһы ла сифатлы итеп күрһәтелгән, мин мәмерйә тураһында тәүге тапҡыр тулы мәғлүмәт алдым", - тигән ул.
Сығанаҡ: “Юлдаш” радиоһы.