

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева йыш ҡына иғтибар үҙәгендә. Ошо арала биргән интервьюларының береһендә ул ире Вилдан менән мөнәсәбәттәре тураһында һөйләгән. Иғтибарығыҙға ул яҙманан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
“Бына нимә ҡыҙыҡ: уйлайҙар бит инде, Вилданды шундай йәл, Гөлназы уҫал, тиҙәр. Ә ысынбарлыҡта, беҙҙә ниндәй генә һорау, проблемалар тыумаһын, барыһында ла Вилдан баш. Мин быны үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтер өсөн әйтмәйем. Ул минән башлыраҡ, уңғаныраҡ, тырышыраҡ, мин унда бик ҙур авторитет күрәм. Сәхнәлә, бәлки, мин өҫтөнөрәк булһам да, тормошта мин “ирем артында”.
Мин уның менән сикһеҙ бәхетлемен. Үҙем генә эшләйем, үҙем генә бала үҫтерәм тип әйтә торған ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә инмәйем. Бөтөн нәмәне лә Вилдан хәл итә. Ә сәхнәгә килгәндә, беҙ уның менән эшләй генә алманыҡ, сөнки ул үҙ йүнәлешендә, мин үҙ йүнәлешемдә эшләйем.
Сәхнәлә ир кеше ҡатын-ҡыҙға юл ҡуйырға тейеш тип иҫәпләйем. Беҙҙең эстрадаға күҙ һалһаҡ, шундай парҙар күп һәм беҙ улар менән һоҡланабыҙ. Ир кеше ҡатынын алға сығара ла, кеше алдында ҙур дәрәжәлә ҡала. Мәҫәлән, Илдар ағай Хәкимов ниндәй көслө ир-ат, ул джентельмен. Уларҙы сәхнә артында ла күҙәтәбеҙ, ул гел Гүзәл апайҙы ҡурсалап йөрөй, шундай матур күренеш”, – тигән ул.
Сығанаҡ һәм фото: “Татар эстрадаһы” төркөмө.