

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ватан мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановты “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
“Башҡортостан” гәзите Айрат Әхтәм улын юғары дәүләт наградаға лайыҡ булыуы һәм тыуған көнө менән ҡотлай!
Фото: vk.com/bashdram.