Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2025, 06:45

Йырсы конкурс иғлан итте, еңеүселәргә аҡса өләшә

Татарстандың атҡаҙанған йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова яңы йыры сығыу уңайынан конкурс иғлан иткән.

Йырсы конкурс иғлан итте, еңеүселәргә аҡса өләшәЙырсы конкурс иғлан итте, еңеүселәргә аҡса өләшә
Йырсы конкурс иғлан итте, еңеүселәргә аҡса өләшә

Татарстандың атҡаҙанған йырсыһы Илһөйә Бөҙретдинова яңы йыры сығыу уңайынан конкурс иғлан иткән, ә еңеүселәргә аҡса вәғәҙә итә.

“Бына тағы бер матур йыр сыҡты - “Иртәрәк!” Тыңлап ҡара әле, рәхим итеп! Оҡшаһа, “матур” тип яҙ. Оҡшамаһа, “ныҡ матур” тип яҙ. Йыр сығыу хөрмәтенә конкурс иғлан итәм. Матур-матур видеолар төшөрөргә кәрәк!

Шарты бындай: “Ғүмерҙәр көҙөнә керергә” тигән юлды үҙең йырлайһың, ә “иртәрәк” тигән һүҙен башҡа кешеләрҙән әйттерәһең. Күберәк кеше әйткән һайын, “текәрәк” буласаҡ! Сторисҡа мине билдәләп ҡуйығыҙ. Үҙем һанап ултырам шәхсән!

Беренсе урынға: 10 000 һум,

икенсе урынға: 5 000 һум,

өсөнсө урынға: 3 000 һум”,  - тип йырсы тамашасыларын ҡыҙыҡһындырған.

Йырҙың авторҙары – Рауза Хафизова менән Айҙар Тимербаев.

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас