

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күңелһеҙ яңылығы менән уртаҡлашҡан.
“Үҙемдең тауыш өсөн борсола башланым. Мин элекке кеүек йырлай алмайым. Нимә эшләргә лә белмәйем, был минең өсөн - катастрофа!
Инде тауышты рәткә килтерер өсөн "гормондар" ҙа ҡулланам. Башта мең төрлө уй. Бәлки, мин бер ҡасан да элекке кеүек йырлай алмаҫмын? Нишләргә? Миңә әле кәм тигәндә 20 йыл эшләргә. Фонограммаға ауыҙ асып торорғамы?” – тигән ул.
Яратҡан йырсыбыҙға тиҙерәк бәрхәт тауышының асылыуын теләйбеҙ!
Фото: Гөлназ Асаева сәхифәһенән.