Өфөлә "Армия мәҙәниәте көндәре" барышында БР Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың ултырышы уҙҙы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров унда бер төркөм мәҙәниәт әһелдәренә юғары наградалар ҙа тапшырҙы. Заһир Зәйнетдинов өсөн дә был көн "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән абруйлы исемгә лайыҡ булыуы менән иҫтәлекле булды.
“Ошо йылдар дауамында эргәмдә булған, хуплап торған бөтә тыңлаусыларым һәм тамашасыларыма ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Һис бер нимәгә ҡарамай, миңә ышанғандары өсөн ғаиләмә, ҡатыныма, атай-әсәйемә, туғандарыма рәхмәт. Айырым рәхмәтем – остаздарым, уҡытыусыларыма һәм бөтә командама, һеҙһеҙ минең юлым бармаҫ ине. Һәр ваҡыт миңә тағы ла яҡшыраҡ булырға, алға барырға ярҙам иттегеҙ.
Ижад юлымда осоштар ҙа, ҡолауҙар ҙа, шатлыҡтар ҙа, һынауҙар ҙа булды... Уның ҡарауы, былар барыһы ла мине көслөрәк итте. Мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөшөмдө индереп, тыуған республикам һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәтенә хеҙмәт итә алыуым менән бәхетлемен.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға ижадымды юғары баһалағандары өсөн айырым рәхмәт.
Ҙур ғорурлыҡ менән маҡтаулы исемде ҡабул итеп алам һәм халҡыбыҙҙы, республикабыҙҙы данларға һүҙ бирәм!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты артист социаль селтәрҙә.
Артистың мәртәбәле исемгә лайыҡ булыуына уның ижадын һөйөүселәр айырыуса шатлана, ихлас ҡотлауҙарға күмә.
“Халыҡ йолаларына таянып, шул уҡ ваҡытта замана йәштәре лә тыңларлыҡ итеп ижад итеү – ҡатмарлы эш, әммә һеҙҙең был бик яҡшы килеп сыға! Артабан да уңыштар, яңы ҡаҙаныштар!” – тип яҙа тыңлаусылар. Шулай уҡ: “Талантлыларҙың ҡаҙаныштарын үҙ ваҡытында – йәш саҡта, ижадтарының иң ҡыҙыу мәлендә таныуҙарын күреү айырыуса ҡыуаныслы”, – тип шатлыҡ белдерә.
Фото: vk.com/zainetdin