Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Сентябрь 2025, 11:00

Кешеләр элекке иремдең ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата, ти Лилиә Биктимерова

Беҙҙең Кәрим беренсе күреүҙән Рөстәмдәрҙең ҡыҙы Әминәне яратты. “Әсәй, мин уға өйләнәм”, ти. Апайым кеүек ҡара ҡыҙҙар оҡшай миңә, тип тә өҫтәй. Әле Рөстәм дә, кейәүем булырһың, әллә ҡайҙан эҙләп йөрөргә кәрәкмәҫ, тип улымды өмөтләндереп ҡуйҙы... 

Кешеләр элекке иремдең ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата, ти Лилиә БиктимероваКешеләр элекке иремдең ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата, ти Лилиә Биктимерова
Кешеләр элекке иремдең ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата, ти Лилиә Биктимерова

Йырсы Лилиә Биктимерова бер интервьюһында бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

– Кешеләр Рөстәмдең (йырсы Рөстәм Асаев – Лилиәнең тәүге тормош иптәше – редакция) ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата. Ә нимәгә аптырарға һуң? Иң мөһиме – улар бәхетле, беҙ бәхетле. Ғүмергә шулай дауам итһен. Беҙҙең Кәрим беренсе күреүҙән Рөстәмдәрҙең ҡыҙы Әминәне яратты. “Әсәй, мин уға өйләнәм”, ти. Апайым кеүек ҡара ҡыҙҙар оҡшай миңә, тип тә өҫтәй. Әле Рөстәм дә, кейәүем булырһың, әллә ҡайҙан эҙләп йөрөргә кәрәкмәҫ, тип улымды өмөтләндереп ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә Мөслим менән Әминәне ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Үткәндәр менән йәшәргә ярамай. Ваҡытында уйыңдан ебәрергә кәрәк, - тигән Лилиә.

Ә һеҙ Лилиә кеүек булдыра алыр инегеҙме? Тәүге ирегеҙҙең ҡатыны, балалары менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырып, аралашып йәшәй алыр инегеҙме? Арағыҙҙа шулай иткәндәр бармы?

Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас