Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Сентябрь 2025, 10:00

Рәсәйҙең әҙәби флагманы тип кем танылыр?

Уҙған конкурс миҙгелендә "Рәсәйҙең әҙәби флагманы” исеменә Башҡортостан Республикаһы лайыҡ булды.

Рәсәйҙең әҙәби флагманы тип кем танылыр?Рәсәйҙең әҙәби флагманы тип кем танылыр?
Рәсәйҙең әҙәби флагманы тип кем танылыр?

Сентябрҙә “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Ойоштороусылар был исем өсөн көрәшергә теләүен раҫлаған бар 89 субъекттан да ғаризалар көтә. Рәсәй Федерацияһының бөтә республикалары, өлкәләре, крайҙары һәм округтары ижади ярыш менән ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, ул ун беренсе тапҡыр үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн жюри хөкөмөнә 2024-2025 йылдарҙа төбәктә әҙәбиәткә, китапҡа һәм уҡыуға арнап уҙғарылған мөһим сараның презентацияһы тәҡдим ителә. Ғәҙәттәгесә, конкурсҡа килгән ғаризаларҙы барлағанда баһалау комиссияһы дәүләтебеҙ Президенты В.В.Путин иғлан иткән йыл темаһына – Ватан һаҡсылары йылына арналған проекттар һәм сараларға айырым иғтибар бүлә.

Күп тиҫтә ғариза араһынан иң яҡшы 20 проект һайлап алынып, улар араһынан иң күп уҡыған төбәк – “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” асыҡлана. Еңеүсегә почетлы диплом, иҫтәлекле бүләк һәм китапхана фондын тулыландырыуға тип күп китап тапшырыла. Шулай уҡ киләһе йылда ул Рәсәй китап союзы үткәргән форумдарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуға ташламаға иҫәп тота ала.

Тағы ла өс төбәк лауреат булып таныла ла уларға почетлы дипломдар тапшырыла. Рәсәй Федерацияһының быға тиклем еңеүсе булған һәм һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр конкурстың ҡыҫҡа исемлегенә ингән субъекттарға махсус бүләктәр һәм “Китап һәм уҡыу биләмәһе” статусы бирелә.

Уҙған конкурс миҙгелендә "Рәсәйҙең әҙәби флагманы” исеменә Башҡортостан Республикаһы лайыҡ булды. Еңеүгә республиканың мәҙәни брендына әйләнгән “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороу һәм үткәреү өлгәштерҙе. Еңеүсе проекттан матур девиз ҡалды: ”Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы”. .

“Рәсәйҙең әҙәби флагманы” исеменә лайыҡ булыусыларҙы асыҡлаған “Иң күп уҡыған төбәк” Бөтә Рәсәй конкурсын РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙамында Рәсәй китап союзы ойоштора.

Һүрәттә: Башҡортостанда йәштәр ҙә китап уҡырға ярата.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас