Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Сентября 2025, 06:45

Яңы "Тамға" конкурсының еңеүселәре билдәле була

Башҡорт кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы бишенсе тапҡыр уҙғарыла.

Яңы "Тамға" конкурсының еңеүселәре билдәле булаЯңы "Тамға" конкурсының еңеүселәре билдәле була
Яңы "Тамға" конкурсының еңеүселәре билдәле була

Киләһе аҙна Башҡортостанда сираттағы Милли кейем көнө билдәләнә. Уның сағыу ваҡиғаларының береһе, әлбиттә, – башҡорт кейеме оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсы. Быйыл ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла.

Был мөһим мәҙәни сара 10-12 сентябрҙә милли кейемебеҙгә яңы һулыш өрөп, уны танытыу, популярлаштырыу буйынса әүҙем эшләгән тегенселәрҙе, рәссамдарҙы, дизайнерҙар һәм стилистарҙы Өфөлә бергә йыя.

10 сентябрҙә “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә ҡатнашыусылар конкурс эштәрен яҡлай. Йомғаҡлау өлөшө 12 сентябрь – Милли кейем көнөндә С. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола.

Байрамды күрергә килеүселәр биҙәү-ҡулланма сәнғәте, милли кейем аксессуарҙары оҫталарының эштәренән торған күргәҙмәне ҡарай ала. Был көндә иң көтөлгән ваҡиға – “Тамға” лауреаттарының, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан саҡырылған ҡунаҡтарҙың эштәрен күрһәтеү.

Тантананы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары биҙәй. Милли кейем көнөн кискеһен үткәрелгән милли уйындар матур итеп тамамлап ҡуя. Һәр ваҡыттағыса, тамашасыларға был көн үҙ асылын аңлауға, күңелендә халҡы рухиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ уяныуға сәбәпсе лә булыр.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайты.

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас