Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентября 2025, 06:15

Билдәле композитор Вилүр Мәүлитов вафат

Үҙенсәлекле көйҙәрең, ҡабатланмаҫ моңдарың ҡалды тыуған халҡыңа, музыкант...

Билдәле композитор Вилүр Мәүлитов вафатБилдәле композитор Вилүр Мәүлитов вафат
Билдәле композитор Вилүр Мәүлитов вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыкант, композитор Вилүр Мәүлитов арабыҙҙан китте.

Ул 1951 йылда Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуған. Башта тыуған ауылында уҡый, артабан – Темәс урта мәктәбендә.

Совет Армияһына хеҙмәткә алынғанға тиклем “Ирәндек” совхозында токарь булып эшләй. 1969-1972 йылдарҙа Балтика флотында хеҙмәт итә.

Унан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәп-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, һуңыраҡ Баймаҡ районы мәктәптәрендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.

Һуңғы йылдарҙа Билал ауылында төпләнеп, урындағы мәктәптә уҡытыусы, бер үк ваҡытта Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә фольклор түңәрәге етәксеһе була.

Оҫта баянсы булараҡ, хеҙмәт иткән саҡта ла, студент йылдарында ла, ҡайҙа эшләһә лә - баяндан, ҡурайҙан, ғөмүмән, йыр-моңдан айырылмаған ижадсы үҙенең “Сәскә менән күбәләк” тип аталған беренсе йырын 1993 йылда яҙа. Шунан алып Вилүр Шәкирйән улы 100-ҙән ашыу йыр авторы һәм Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре лә була.

Үҙенсәлекле көйҙәрең, ҡабатланмаҫ моңдарың ҡалды тыуған халҡыңа, музкант...

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Фото: “Баймаҡ яңылыҡтары”нан.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас