Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2025, 16:30

“Театрлы Волга буйы”ның яңы миҙгеле башлана

Башҡортостан балалары һәм йәштәре округ театр фестивалендә ҡатнаша

“Театрлы Волга буйы”ның яңы миҙгеле башлана“Театрлы Волга буйы”ның яңы миҙгеле башлана
“Театрлы Волга буйы”ның яңы миҙгеле башлана

Волга буйы федераль округының (ПФО) «Театрлы Волга буйы» балалар һәм йәштәр коллективтары фестиваленең VII миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Ул РФ Президентының ПФО-лағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булышлығында үткәрелә.

Фестивалдә федераль округ төбәктәренән һәүәҫкәр балалар (ҡатнашыусыларҙың йәше – 6-17 йәш) һәм йәштәр (18-35 йәш) театр коллективтары ҡатнаша ала.

Төбәктә һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы үҙәкләштерелгән рәүештә театральноеприволжье.рф сайты аша ебәрергә мөмкин. Быйыл ул ике этапта үтә: ситтән тороп (видеояҙмаларҙы ҡарау) һәм ҡәҙимге тәртиптә (иң яҡшы спектаклдәрҙе сәхнәлә күрһәтеү).

Проекттың финалына округтың 14 төбәгенән дә йәштәр һәм балалар театр коллективтарынан берешәр – йәмғеһе 28 спектакль сыға. Уларҙың спектаклдәрен театральноеприволжье.рф сайтында урынлаштырыла һәм уларҙы теләгәндәр инеп ҡарай ала.

Быйыл традицион номинациялар һаҡланған: “Иң яҡшы йәштәр спектакле”, “Иң яҡшы балалар спектакле”, “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш”, “Иң яҡшы художество биҙәлеше”, “Иң яҡшы ир-егет роле”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле".

Лауреаттарҙың исеме 2026 йылдың 27 мартында Ижевск ҡалаһында, Бөтә донъя театр көнөндә иғлан ителә. Фестивалде ябыу тантанаһы, шулай уҡ финалсы коллективтарҙың постановкалары телевидение һәм интернет аша күрһәтелә. Иң яҡшы йәштәр һәм балалар спектаклдәре театр оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән белем турында ҡатнашыу хоҡуғына йәки яңы спектакль ҡуйыуға тотонолорға тейешле гранттарға эйә була.

2024-2025 йылдар миҙгелендә күләмле проектта Башҡортостандан ике коллектив – йәштәр коллективтары араһында «Тылсымлы рампа» халыҡ театры, етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Иванова, ә балалар номинацияһында Өфө районының «Сиктәрһеҙ» өлгөлө театр студияһы ҡатнашты.

Фото: фестивалде ойоштороусыларҙан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас