Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Сентябрь 2025, 15:20

“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе

Килеүселәр коллективтың һөнәри ҡаҙаныштарын һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә “Юлдаш”тың ролен сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттарҙы күрәсәк.

“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы 2025 йылда 25 йыллығын билдәләй. Юбилей хөрмәтенә радиостанция Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Юлдаш”тың республика мәҙәни һәм мәғлүмәт тормошона индергән өлөшөнә арналған юбилей күргәҙмәһен ойошторҙо.

Экспозицияла һирәк фотоматериалдар, төрлө дәүерҙәрҙәге тарихи радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ радиостанцияның барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен сағылдырған документтар һәм материалдар күрһәтелгән. Республиканың тауышын формалаштырыусы мөһим радиопрограммалар, күләмле проекттар һәм акциялар тураһында һөйләүсе стендтар айырым урын биләй. Килеүселәр коллективтың һөнәри ҡаҙаныштарын һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә “Юлдаш”тың ролен сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттарҙы күрәсәк.

Айырым стендты “Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар” (“Вдохновленные звуком”) конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәр күргәҙмәһе биләй, ул "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған саралар сиктәрендә үткәрелә. Конкурс ижади эшмәкәрлекте дәртләндереүгә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарына ярҙам итеүгә, киң мәғлүмәт саралары аша традицион һәм заманса йүнәлештәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Конкурста Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты.

Асыу көнөндә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Гран-при яулаусы шифаханаға юллама аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙур байрам сараһы 25 декабргә билдәләнгән. “Өфө-Арена”ла башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында “Юлдаш дуҫтарын йыя” концерты була.

Фотолар: “Юлдаш” радиостанцияһынан.

.

“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
“Республика тауышы” – “Юлдаш” күргәҙмәһе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас