Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2025, 17:40

Питер алҡыштарға күмде!

Юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ҡарап өйрәнгән, үтә талапсан һәм зауыҡлы тамашасы башҡорт артистарының талантына һоҡланыуын шулай белдерҙе.

Питер алҡыштарға күмде!Питер алҡыштарға күмде!
Питер алҡыштарға күмде!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры легендар Рәсәй милли драма театры (халыҡ араһында “Александра театры” атамаһы менән танылған – авт.) сәхнәһендә сығыш яһаны. Коллектив “Бөйрәкәй” һәм “Ваня ағай” спектаклдәрен ҡуйҙы. Был, һис һүҙһеҙ, Башҡортостан театр сәнғәте тарихында сағыу ваҡиға!

Илебеҙҙең мәҙәни үҙәге булып һаналған Санкт-Петербург ҡалаһында XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивале бара. Бында сентябрь буйына Һиндостан, Венгрия, Сербия һәм Ҡытай театрҙары сығыш яһай. Мәртәбәле сара тураһында абруйлы театрыбыҙҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова һөйләне.

– Был мәртәбәле сарала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҡатнашыуы – театрҙың ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм данлыҡлы милли театрҙар араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығытыуҙа мөһим аҙым. Юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ҡарап өйрәнгән, үтә талапсан һәм зауыҡлы тамашасыһы менән дан тотҡан “Александринский” фестивале башҡорт артистарын ҡайнар алҡыштарға күмде! Тамашасы хөкөмөнә театрыбыҙ ике спектакль тәҡдим итте: 12 сентябрҙә Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған спектакль уйналды, тамашаға әҫәрҙең авторы үҙе лә килгәйне. “Бөйрәкәй” спектакленең аҙағында оҙайлы дәррәү алҡыштар, залдағы йылы, ихлас мөхит театрҙың бөйөклөгөн һәм сикһеҙлеген, төрлө мәҙәниәт кешеләренең күңелен берләштереүсе сәнғәт төрө икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Фестивалдең икенсе көнөндә беҙҙең театр менән М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры “Ваня ағай” спектаклен берлектә уйнаны. Антон Чеховтың пьесаһы буйынса режиссер Степан Пектеев сәхнәләштергән был спектакль Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы ярҙамында тормошҡа ашырылып, ике театрҙың сәхнәләге үҙенсәлекле ижади тәжрибәһенә әйләнде.

XVI Халыҡ-ара театр фестивале барышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры вәкилдәре осрашыуҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдә лә ҡатнашты. “Бөйрәкәй” спектакле алдынан театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов менән ижади осрашыу үтте. Санкт-Петербург ҡалаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, тамашасылар Айрат Әхтәм улының ижад юлы менән дә ихлас ҡыҙыҡһынды.

13 сентябрҙә театрыбыҙ директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов Милли театрҙар ассоциацияһының “Милли сәхнә. Аралашыу тәжрибәһе” тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашты. Был мөһим осрашыуҙың модераторы булып Милли театрҙар ассоциацияһының башҡарыусы директоры Игорь Троилин сығыш яһаны.

Театрыбыҙҙың Александра театрының данлы сәхнәһендә үҙ спектаклдәрен уйнауы – уның Рәсәй милли театрҙар үҫешенә ҙур өлөш индереүен таныу менән бергә, уның көслө труппаһына һәм ижадсыларына ҡарата ихтирам билгеһе лә ул. Шуның менән бергә, театрыбыҙҙа янып ижад иткән, тырыш хеҙмәте менән театрҙың абруйын һәм данын күтәргән ижадсыларҙың оло еңеүе лә, – тип уртаҡлашты Динара Ҡәйүмова.

Яратҡан театрыбыҙҙы тағы бер ҙур уңышы менән ҡотлайбыҙ!

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” сәхифәһендә “Бөйрәкәй”ҙе сәхнәләштергән ижади төркөмдө Питер тамашасыһының ниндәй ҡайнар алҡыштарға күмгәнен күрергә мөмкин: https://vk.com/wall-104965500_339047 

Фото, видео: М. Ғафури исемендәге БДАДТ.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас