Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2025, 16:30

Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде

Республикала "Беренсе һанлы пленэр" үтә.

Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килдеШүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде
Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде

“Шүлгәнташ” музейында “Беренсе һанлы пленэр” тигән ғәҙәти булмаған арт-сара асылды. Яңы быуын рәссамдарының эшендә төп тема - мәмерйә ҡаяһына төшөрөлгән сәнғәт өлгөләре һәм Бөрйән районы тәбиғәте.

Екатеринбург, Ижевск, Красноярск, Мәскәү, Рязань, Санкт-Петербург, Һамар, Өфө, Братислава рәссамдары һанлы технологиялар һәм яһалма интеллект ярҙамында картиналар яҙыу өсөн йыйылды. Ғөмүмән, “Беренсе һанлы пленэр” йыл да уҙғарыла. Унда һанлы технологиялар менән эшләгән рәссамдар йыйыла. Быйыл сара тәүге тапҡыр Өфөлә үтә. Кураторы, Рәсәй рәссамдары ижади берекмәһе ағзаһы Денис Мишин әйтеүенсә, һанлы (диджитал) пленэр – классик художество практикаһының заманса интерпретацияһы.

– Был эш асыҡ һауала, график планшеттар, стилустар ҡулланып, махсус программалар ярҙамында башҡарыла. Төп шарт – авторҙың үҙенең булыуы һәм ҡыҙыҡлы, хатта аңлашылып етмәһә лә ярай, художестволы һөҙөмтә күрһәтеү, – ти ул. – Төрлө һанлы технологияларҙы, стилдәрҙе ҡулланыу хуплана. Сараны үткәреү урыны итеп “Шүлгәнташ” музейының һайланыуы осраҡлы түгел. Пленэрҙа ҡатнашыусылар боронғо сакраль ландшафт мөхитенә “сумыу” мөмкинлеген аласаҡ. Илһам алыуҙың төп сығанағы – палеолитик һүрәттәре менән бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе. Егерме мең йыл әүәл булдырылған сәнғәт һәйкәле заманса һанлы тәжрибәләргә айырым контекст өҫтәйәсәк.

“Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов та шундай уҡ фекерҙә.

– Сараны уҙғарыу өсөн Башҡортостанды һәм “Шүлгәнташ” музейын һайлау дөрөҫ, – ти ул. – Музей мәмерйә ҡаяларындағы һынлы сәнғәт өлгөләрен һаҡлауға, популярлаштырыуға булышлыҡ итә, был боронғо урын заманса үҫеш үҙәгенә әйләнә бара. Шүлгәнташтың палеолитик һүрәттәре рәссамдар өсөн илһам сығанағы булыр, сәнғәттә яңы киңлектәр асыр тигән ышаныстабыҙ.

Рәсәй рәссамдарының ижади союзы президенты Константин Худяков һүҙҙәренсә, пленэр Башҡортостан тарихына художество өлкәһенең заманса формаларын үҫтереүгә булышлыҡ иткән әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға булараҡ инеп ҡаласаҡ.  

Сара Рәсәй рәссамдарының ижади союзы, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы, Рәсәй художество академияһы, Ростелеком, “Мираҫ” коммерцияға ҡарамаған атономиялы ойошмаһы, FillinCode IT-компанияһы ярҙамында уҙғарыла. Пленэр һанлы эштәрҙең онлайн күргәҙмәһе менән тамамланасаҡ. Был киң аудиторияны заман рәссамдарының боронғо ландшафт һәм башҡорт мәҙәниәте араһындағы ижади диалогы һөҙөмтәһе менән таныштырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Пленэрҙың рәсми сайтына (https://digitalpleinair.ru/) инеп, һәр кем күргәҙмәне ҡарай һәм проект тураһында анығыраҡ белә ала.

Фото: “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы.

Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде
Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде
Шүлгәнташҡа һанлы рәссамдар килде
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас