Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2025, 08:25

Петр Дранга Өфөгә килә

Виртуоз музыкант концертын “Үҙенсәлекле балалар” (”Особенные дети”) фонды ҡурсаланыусыларына ярҙамға арнай.

Петр Дранга Өфөгә киләПетр Дранга Өфөгә килә
Петр Дранга Өфөгә килә

Виртуоз аккордеонсы Республика көнө алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә хәйриә концерты ҡуя. Ғәйәт талантлы музыкант гитарала, һуҡма һәм баҫмаҡлы (клавишлы) уйын ҡоралдарында ла оҫта уйнай. Өфөгә ул “Метаморфозалар” программаһын алып килә. Концертын “Үҙенсәлекле балалар” (”Особенные дети”) фонды ҡурсаланыусыларына ярҙамға арнай.

Программала авторлыҡ әҫәрҙәре, шулай уҡ классик һәм заманса композициялар уйнала. Петр Дранга уларҙы үҙенең музыка коллективы меннә бергә башҡара.

Өфөлә был концертты күрһәтеү идеяһын РФ Дәүләт Думаһы депутаты, БР Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы Наталья Орлова тәҡдим иткән.

Тамаша 9 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында була.

Мәғлүмәт – mgazeta.com сайтынан. 

Фото – Петр Дранганың рәсми төркөмөнән: https://vk.com/pdranga

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас