Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентября 2025, 09:00

Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...

Рита ӨМӨТБАЕВА Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде

Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...

Күҙ алдына килтерегеҙ: "Байыҡ" республика бейеү конкурсы йылъяҙмаһындағы 18 йыл. Ундағы нисәмә еңеүсе, ә йыл һайын абруйлы республика бейеү конкурсы аша үткән бөтә ҡатнашыусыларҙы ла бергә теҙеп ҡуйһаң?! Үҙе бер ҙу-у-р бейеү донъяһы! Тағы балалар бейеү бәйгеһен дә ҡушһаң... Ҡайҙа һыйыр ине икән бынсама бейеүселәр. Әлбиттә, ошо проекттың башында торған, уның авторы, ойоштороусыһы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаеваның йөрәгенә...

Ританың уйында халыҡсан бейеү сәнғәтен үҫтереүсе конкурс ойоштороу теләге яралған мәлде асыҡ хәтерләйем. Тәүге маҡсаты башҡорт телевидениеһына халыҡсан программа әҙерләү булһа, төп бурысы итеп ул халыҡ бейеүенең бай мираҫын һаҡлауҙы һәм таратыуҙы ҡуйғайны. Һөҙөмтәлә ниәте тормошҡа аша. Рита Өмөтбаева бер нисә йыл эсендә башҡорт халыҡ бейеүенең үҙенсәлекле стилен һәм рухын заманса шарттарҙа киң даирәгә танытып, бейеү сәнғәте аша халыҡтар араһында дуҫлыҡ булдырыуға ирешә. “Байыҡ” Рәсәй төбәктәренән төрлө милләт вәкилдәрен йыйып сәхнәгә сығарған ҙур бейеү майҙанына әйләнә. Бәйгенең халыҡ-ара кимәлдә танылыуы башҡорт бейеүенә тағы ла олораҡ ихтирам һәм танылыу алып килә.

“Байыҡ” ойошторола башлауҙың икенсе йылына һәм һуңынан да өс йыл тирәһе миңә ололар һәм балалар араһындағы Гала-концерттарға сценарийҙар яҙырға тура килде. Шул мәл бер ҡаҙанда ҡайнап, Рита Ришат ҡыҙы һәм уның командаһының был проектты ни тиклем яратып эшләгәнен яҡындан күрҙем. Йыл һайын конкурсты йомғаҡлау ваҡиғаһына биш йөҙләп (!) бейеүсе йыйыла. Рита уларҙың барыһын да урынлаштыра, экскурсиялар ойоштора, бар шарт-талаптарына ярашлы йәшәтеп-ашата, сәхнәлә бейетә, бүләкләп оҙатып ҡуя.

Инде был эшенең осона сыҡты тиһәң, Яңы йылдан проектының киләһе этабы башлана, ә яҙ сығыуға балалар “Байығы” етә. Һәм бына ошо сылбыр өҙлөкһөҙ дауам итә лә итә. Ул ғына ла түгел, башҡа проекттары өҫтәлә: “Башҡорт йыры”, “Ете егет”, фильмдар төшөрөү, концерттар ойоштороу, “Башҡорт аты” фестивале, йәмәғәт эштәре. Иҫәбе-һаны, осо-ҡырыйы юҡ. Рита үҙенә шундай ҙур бурыс алыуын үҙе лә аңлай. Ә ойоштороусылар әгәр был эштең осонда Рита Өмөтбаева йөрөһә, ниндәй мәҙәни сараның да уңышлы һәм юғары кимәлдә уҙырына тамсы ла шикләнмәй. Һәм ул ысынлап та шулай....

Мин уны йыш ҡына: “Ни нәмәгә был хәтле эш һиңә?!” – тип әрләп алам. Үҙем беләм инде... Ул башҡаса булдыра алмай. Рита тынғыһыҙ, эҙләнеүсән һәм яуаплы ижадсы. Әлбиттә, бөтә нәмә еңел генә бирелмәй уға. Һәр проект – айырым көрәш. Тамаша ҡылып, залдан алҡышлап ултырыуы ғына күңелле. Ә уның артында күпме көс, күңел, кәйеф, һаулыҡ ята. Быныһын ижадсы үҙе генә белә. Тик Рита Ришат ҡыҙы алдына алған маҡсатына һәр саҡ тоғро.

Шул тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек өсөн дә “Байыҡ” бөгөн – иң мәртәбәле проект. Быны танымайынса мөмкин түгел. Тап Рита Өмөтбаеваның тырышлығы менән конкурс башҡорт хореография сәнғәтен заманса үҫтереү сараһына әйләнгән. “Байыҡ” Башҡортостанда хореографтарға ижади мөхит тыуҙырыу мәктәбе лә булып тора. Талантлы бейеүселәр, хореографтар бер сәхнәгә нәҡ “Байыҡ”та йыйыла.
Рита Өмөтбаева үҙе лә проектты милли хореографияны киң даирәгә танытыуҙы, талантлы йәш бейеүселәргә үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге биреүҙе, башҡорт бейеү сәнғәтенә яңы һулыш индереүсе майҙан итеп күрә. Азамат Кәримов, Рәис Низаметдинов, Фәнил Әсәҙуллин, Гөлназ Ғайсарова, Рөстәм Хәйруллин, Динислам Исҡужин, Роберт Хәмиҙуллин, Радик Бакиров, Эмиль Һөйәрғолов, Әлиә Фәтхетдинова, Ләлә Йәнекәева, Рәфилә Мөнирова кеүек бик күп бейеү оҫталары тап ошо сәхнәлә үҙ ижадтарын күрһәтеп, йәш бейеүселәр тәрбиәләгән. Өс йәштән 80 йәшкәсә конкурсанттар, еңеүселәр үҙен һынаған, бейеү сәнғәтенә килгән.

Миңә Рита Өмөтбаеваның тағы бер сифаты оҡшай: ул конкурста ҡатнашыусылар менән шәхсән аралаша. Уларҙы исемләп белә. Ҡайһы саҡта ҡәтғиерәк тә булып киткән абруйлы баһалама ағзалары алдында яҡлап сығып, һәр береһенең үҙенсәлекле яғын күрә, иғтибарын йәлләмәй, талапты ла дөрөҫ ҡуя. Ҡыҫҡаһы, конкурс барышында Рита Өмөтбаева бейеүселәр өсөн ысын дуҫҡа әйләнә, уларға фекер алышыу, ижади һәм һөнәри үҫеш өсөн киңлек аса.

Шуға ла “Байыҡ” конкурсы милли традицияларҙан айырылмай. Ә Рита Өмөтбаева уның үҙе төҙөгән йөкмәткеле һәм илһамлы концепцияһын тормошҡа ашырып, бейеү сәнғәтенең киләсәк этаптарын билдәләй. Авторҙың тап ошо оҫталығы бейеү бәйгеһе дәрәжәһен юғары кимәлдә тотоуға, бейеүселәргә яңы мөмкинлектәр биреүгә һәм ойоштороу эшенең бар яҡтарын камиллаштырыуға булышлыҡ итә лә инде. Нисәмә йыл Гала-концерттарға билеттар ҡалмауы, тамаша һуңында залдың аяғүрә алҡышлауы – быға асыҡ миҫал.

Ә иң ҡиммәтлеһе был ябай аншлаг ҡына түгел, ә уның мөһим әһәмиәте. "Байыҡ" конкурсы башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм уның үҫешенә ҙур өлөш индерә, милли бейеүҙәрҙең боронғо, заманса һәм классик формаларын берләштереп сәхнәгә сығара, бейеүселәр мәктәбен тәрбиәләй. Рита Өмөтбаева ошо конкурсты ойоштороп, башҡорт бейеүенең һәр төрлө элементтарын, хәрәкәтен һәм рухын йәш быуынға тапшырыуҙа ҙур эш атҡара. Мәҙәниәт тарихында үҙенең яҡты эҙен яҙыуын дауам иткән замандашыбыҙҙың лидерлығы һәм креативлығы ла был эштә мөһим роль уйнай. Рита Өмөтбаева ошо хеҙмәте һәм уға һалған көсө менән дә Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡлы кандидат булып тора.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә... Ә “Байыҡ” билдәле журналистың ысынлап та йөрәгенән сығып башҡарған ижад емеше. Ритаға ҡайнар алҡыштар һәм уңыштар!

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас