

Әҙәбиәтебеҙ донъяһында, шөкөр, яңы әҫәрҙәр яҙыла тора, китап булып баҫыла тора. Өлкәндәр өсөн ижад ителгәндәрҙең ярайһы күп икәненә күнеккәнбеҙ, ә бына йәш быуын өсөн яҙылған китап сығыуы инде күңелгә айырым бер шифа бөркә. Күптән түгел яҙыусы Салауат Кәримдең (Кәримовтың) “Башҡортостан – батырҙар төйәге” тип аталған хикәйәләр йыйынтығы донъя күреүе ошондай ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Алты йәшлек балаларға ла мауыҡтырғыс булырлыҡ китапта яу батырҙары, тыныс тормошта ла ғүмерҙәре, башҡарған ғәмәлдәре ҡаһарманлыҡ менән йәнәш барған ир-егеттәр тураһында бәйән ителә. Ҡыйыулыҡ, ғаиләңә, тәбиғәткә, Ватанға һөйөү, кешене кеше иткән мәңгелек ҡиммәттәр балалар күңеленә инерлек, аңлайышлы тел менән тасуирлана. Мөһим төшөнсәләр хаҡында ябай итеп һөйләгән хикәйәләр китабы һәр ғаилә кәштәһендә урын алырлыҡ.
Ошо көндәрҙә “Китап” нәшриәтенең уңайлы ғына залында яңы китап менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Бында автор, уның ижадташтары, дуҫтары, ижадын күҙәтеп барған китап уҡыусылар йыйылды. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбайҙың ҡатнашыуы йыйылыусылар өсөн ҡыуаныслы бүләк булды.
Баҫманың исем туйына Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары ла килеүе айырым мәғәнә өҫтәне. Ойоштороусылар ҙа кескәйҙәрҙең күңеленә асҡыс таба белгән: кисә уйын рәүешендә, йомаҡтар, ҡыҙыҡлы һорауҙар менән үрелеп барҙы, уҡыусылар мауығып яуаптар эҙләне. Китап авторына бүләк тә әҙерләгән ине балалар – Салауат Кәримдең атай тураһында әҫәрен сәхнәләштереп күрһәттеләр.
Сараға МХО ветераны Ринат Күлтоманов та саҡырылғайны. Яугир ағайҙарының сығышын балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Аҙаҡтан осрашыуға килеүселәр бергәләп ” Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы, китапҡа авторҙан автограф ҡуйҙыртып алды. Яҙыусы кескәй дуҫтарын татлы күстәнәс менән ҡыуандырҙы.
Башҡортостандың батырҙар төйәге икәне әҙәби ижад аша дәлилләнгән хикәйәләр йыйынтығына оҙон ғүмер яҙһын, уны һатып алып, яратып уҡыусылар күберәк булһын, тигән яҡты уй менән таралышты осрашыуҙа ҡатнашыусылар.
Рәүилә Ғатауллина.
Фотолар – “Китап” нәшриәте архивынан.