Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2025, 10:00

"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты

Коллектив үҙ сығыштарында туған мәҙәниәтебеҙҙең уникаль өлгөләрен – традицион кейемде, халыҡ йолаларын, бейеү, йырҙарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен күрһәткән.

"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты
"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты

Күптән түгел Ҡытайҙың Циньхуандао ҡалаһында халыҡ-ара “Алтын майҙан” традицион мәҙәниәттәр фестивале уҙҙы. Рәсәй менән Ҡытай араһындағы Мәҙәниәт һәм туризм йылы айҡанлы ойошторолған күләмле сарала Ҡытай коллективтары һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 70 ижади берләшмә сығыш яһаны. Улар киң илебеҙҙең күп милләтле халҡының бай мәҙәни мираҫын күрһәтте. Рәсәйҙәр араһында Башҡортостан вәкилдәре – Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһы ағзалары ла булды.

Коллектив үҙ сығыштарында туған мәҙәниәтебеҙҙең уникаль өлгөләрен – традицион кейемде, халыҡ йолаларын, бейеү, йырҙарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен күрһәткән. Сәхнәлә милли кейемдә сығышты “Селтәр”ҙәр ярты донъя танып белгән башҡорт композицияһы – “AY YOLA”ның “Һомай”ы оҙатыуында үткән. Был, әлбиттә, залда ҙур йәнлелек тыуҙырған.

Яҡташтарыбыҙҙың бөтә сығыштары, күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдәре тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да һоҡландырған. Һөҙөмтә бик ҡыуаныслы: “Селтәр” – “Алтын майҙан” халыҡ-ара фестиваленең I дәрәжә лауреаты!

Милләттәштәребеҙҙе мәртәбәле еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Фатима ХӘЙРЕТДИНОВА, “Селтәр” студияһы етәксеһе:

– Фестивалдә ҡатнашырға тип ярты йыл элек үк тәҡдим иткәйнеләр. Ҡытайға барыу беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ ине. Ҡыуанып, ныҡ яуаплы ҡарап, әҙерлек эшен башланыҡ. Яңы сығыштар уйланыҡ, яңы кейем тектек, репетицияларҙы йыш ойошторҙоҡ.

Фестивалгә Ҡытайҙан ҙур-ҙур коллективтар, Рәсәйҙән да көслө берләшмәләр килгәйне. Тиңдәр араһында тиң булып, халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен мөмкин тиклем йөкмәткеле, сағыу итеп күрһәтергә тырыштыҡ. Милли кейемдәрҙә ҡала урамы буйлап парадта ла үттек, милли биҙәүестәребеҙҙән торған күргәҙмәне күрһәттек, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Конкурс шарттары буйынса, ҡатнашыусылар үҙҙәре эшләгән традицион милли кейем менән таныштырырға тейеш ине. Беҙ ырыуҙарыбыҙҙың кейемен күрһәттек. Йолаларға ҡағылышлы конкурста һабантуйҙы сәхнәләштерҙек, унда йырҙар, бейеүҙәр, уйындар – һәммәһенә лә урын бирелде. Бынан тыш, академик бейеү, йолалар буйынса бейеүҙәр менән дә сығыш яһаныҡ. Ҡытайҙар бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, һорашты. Бөтә төр конкурстарҙа ла беҙҙе юғары баһаланылар, беренсе урынға лайыҡ ,тип танынылар.

Ҡытай яғы мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторҙо. Пекинды күрҙек, быяла күпергә барҙыҡ, унда милли кейемдәрҙә дефиле булды; Бөйөк Ҡытай диуарын да тамаша ҡылырға яҙҙы, Мао Цзедун мавзолейын күреп үттек.

Рәсәй менән Ҡытай араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, бер-беребеҙҙең мәҙәниәте менән таныштырыуға арналған абруйлы фестивалдә лайыҡлы сығыш яһап, халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәте байлығын күрһәтә, таныштыра алыуыбыҙға ифрат шатбыҙ!

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар - "Селтәр" студияһы архивынан.

"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты
"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты
"Селтәр"ҙәр ҡытайҙарҙы һоҡландырып, еңеү алып ҡайтты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас