+21 °С
Болотло


Хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Күп йыллыҡ хеҙмәттәшлеге, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре өсөн филармония директоры Алмас Сәйетов уға ошондай награда тапшырҙы.
Тәжрибәле, матур телле, асыҡ күңелле журналисыбыҙ Рәүилә Сулпан ҡыҙына артабан да ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Бындай уңыштар уға эшенә, тормошона ҡеүәт өҫтәһен, ҡанатландырһын.
Автор фотоһы.